Аллаға шөкөр, беҙҙең илдә экологик өмәләр ойошторолоп тора. Быйыл акция «Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!» девизы аҫтында үтә. «Йәшел Башҡортостан» тигән экологик проекттың рәсми бренды ла бар.
Үткән шәмбе республикабыҙ халҡы тәүге дөйөм өмәгә сыҡты. Беҙҙең ҡала ла был сараға берҙәм ҡушылды. Мәҫәлән, был көндө мәҙәниәт һәм ял паркы гөрләп торҙо. Ул ҡаланың предприятиелары, ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән тәртипкә килтерелде. Бынан тыш, ҡала буйынса һәр бер учреждение үҙ биләмәһен йыйыштырҙы. Оло быуын вәкилдәре, студенттар, уҡыусылар ҙа был саранан ситтә ҡалманы. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың иң йәшенә - 1,8, ә иң олоһона 94 йәш ине. Иң әүҙемдәр Почет грамоталары һәм бүләктәр менән баһаланды.
- Әлбиттә, ҡыштан һуң өмәләр ойоштороу кәрәк. Ҡалабыҙҙың таҙалығы үҙебеҙҙән тора. Бындай акциялар барыһын да берләштерә, тәбиғәтте ҡәҙерләргә лә өйрәтә, - ти Трамвай идаралығы етәксеһе Эдуард Мирасов.
Сарала ҡатнашыусыларға тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеге лә хәстәрләнгән. Улар өсөн йылы бутҡа, эҫе сәй һәм дә матур концерт ойошторолғайны.
Тирә-йүнде таҙартып бөтөү менән бер рәттән, май байрамдарына тиклем юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы тигеҙләү эштәре тамамланырға, ә йәй киң ҡоласлы ремонт эштәре башланырға тейеш.
Ҡалабыҙҙы бергәләп йыйыштырыу, таҙартыу күңелгә рәхәтлек, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Тыуған еребеҙҙе өмәләрҙә әүҙем ҡатнашып бергәләп таҙартайыҡ, ул икенсе Мумбаиға әйләнмәһен!