газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Март 2019, 10:54

Башҡа төшһә, бөттө баш

Улым менән балалар баҡсаһынан ҡайтып килеш. Ул үткән көнө тураһында тырышып-тырмашып һөйләй, мин иҫем китеп тыңлайым.

Ҡапыл, күк күкрәүен хәтерләтеп, нимәлер гөрһөлдәне. Ҡурҡыныс янауын һиҙепме, баламды йән көсөмә ситкә этеп ебәрҙем. Баҡтиһәң, күп фатирлы йорттарҙың береһенең түбәһенән ҡар ишелеп төшкән икән. Уға ҡушылып боҙбармаҡтар ҙа аҫҡа тәгәрәне.

Яңыраҡ ҡына ҡала етәкселеге ҡала буйлап йөрөп, урамдарҙың, ҡыйыҡтарҙың ҡарҙан таҙартылыу-таҙартылмауын тикшергәйне. Шелтәләр ҙә булды. Аңлылары иһә, шунда уҡ боҙоҡлоҡтарҙы бөтөрөргә кереште, ә ҡалғандары әйткәндәрҙе ҡолаҡ ситенән үткәргән, күрәһең. Йорт идаралыҡтары, йә иһә идара итеүсе компаниялар үҙҙәренә ҡараған участкаларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итһә, бәлә-ҡазалар күпкә аҙыраҡ булыр ине. Юғиһә, ана, әленән-әле ошо боҙбармаҡтар, ишелгән ҡарҙар арҡаһында бәләгә тарыусылар тураһында хәбәрҙәр сығып тора. Ярай әле, беҙҙең осраҡта, фажиғә урап үтте. Фәрештәләр гел генә һаҡламаҫ...


Читайте нас: