газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Ғинуар 2019, 10:29

Буран сыҡты, донъяны ҡарға күмде

Үткән йома һәм шәмбе көндәре яуған ҡарҙан һуң, бала саҡта ауылда тубыҡтан ҡар ярып мәктәпкә барғаным хәтергә төштө. Эй ҡоторҙо буран, эй ҡоторҙо. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡар әҙ тип зарланыусыларға ысын ҡышлығын күрһәтте. Кешеләргә күпме мәшәҡәт тыуҙырған белһә икән ул?

Меҫкен автоһәүәҫкәрҙәр машиналарын ҡаҙып ала алмай ыҙаланды. “Тимер ат”тарын ҡар ҡапҡанынан сығарырға маташып, күптәр ҡулдарына көрәк алды, кемдер көслөрәк машиналарға арҡан менән таҡтырып һөйрәтте...

Тәбиғәттең был «күстәнәсе» Салауат коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн тәүге һынау булды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көн-дәрҙә эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамаған. Яуаплы хеҙмәттәр юл өҙөклөгөнә юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Урамдарҙы һәм кварталдарҙы таҙартыуға 34 берәмек техника, 272 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәт-кәре йәлеп ителгән. Тәү сиратта үҙәк урамдарҙы,тротуарҙарҙы ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртеүгә иғтибар бирелде. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡаланы ҡар өйөмдәренән таҙартыуҙа битарафлыҡ күрһәткән ида-ралыҡ компаниялар булған. Көслө бурандың туҡтауына инде нисә көн үтһә лә, юлдар әле булһа тәртипкә килтерелә. Бигерәк тә квартал эсе юлдарын таҙартыу ҡыйынға төшә. Сөнки ҡар аҫтында «ҡышлаусы» автомобилдәр автоһәүәҫкәрҙәргә лә, ком-муналь хеҙмәттәргә лә ҡамасаулай.


Читайте нас: