газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Декабрь 2018, 11:52

Сүп-сарҙы ташлағанда ла иғтибарлы бул

Ҡайһы бер илдәрҙә уҙған быуатта уҡ хужалыҡ ҡалдыҡтарын сүп һауытына бүлеп һалыу киң ҡулланыла башлаған. Мәҫәлән, Японияла һәм Ҡытайҙа ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан етештереү күптән яйға һалынған. Йыйылған пластиктан ремонтлау өсөн материалдар, туҡыма өсөн еп һәм башҡалар эшләргә, һәйбәт килем алырға мөмкин.

Республикабыҙҙа ла пластик һауыттарҙы йыйыу, һаҡлау һәм ҡабат-тан эшкәртеүгә әҙерләү менән шөғөлләнеүсе ойошмалар бар. Ҡала ихаталарындағы сүп кон-тейнерҙары эргәһенә махсус йәшниктәр ҙә ҡуйылған.

Бер нисә йыл элек баш ҡалала булғанда бындай махсус йәшниктәр күҙгә салынды. Унда ысынлап та пластик һәм алюмин һауыттар ғына ырғытылған ине. Беҙҙең йорт алдында бындай йәшниктәр тик быйыл ғына барлыҡҡа килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр был йәшниктәргә пакеттар менән аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын да ташлай. Уның эргәһендә сүп һауыттары тора бит. Бер аҙым атлауы ҡыйынмы, әллә улар өсөн барыберме икән? Ҡайҙан килә ул битарафлыҡ? Тирә-яҡ мөхиттең торошона һәр кем яуаплы ҡараһа ине лә бит.


Читайте нас: