газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Ноябрь 2018, 10:53

Сүп-сар өсөн 140 һум... Күпме ул, әллә әҙме?

Тирә-яҡтың таҙалығы, экологик хәүефһеҙлек. Әлбиттә, был мәсьәләләр һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Сөнки һәр беребеҙ, һис шикһеҙ, таҙа ҡала һәм ауылдарҙа йәшәргә, саф һауа һуларға, таҙа һыу эсергә теләй. Шуға күрә кешеләр 1 ғинуарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы реформаның индерелеүе мөһим икәнен аңлай һәм хуплай. Әммә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү халыҡты талауға ҡоролмауы ла шарттыр.

Киләһе йылдан коммуналь хеҙмәттәр араһында ҡалдыҡтар өсөн айырым түләү алынасағы тураһында күптәр ишетеп-белә. Сүп-сарҙы йыйып сығарыу өсөн түләүҙәр быға тиклем дә бар ине, әммә ул коммуналь түләүҙәр эсенә индерелгәйне. Хәҙер был хеҙмәт өсөн хаҡ айырым графа менән күрһәтеләсәк. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты түләүҙәр күләмен билдәләне. Был хаҡты беҙ сүп-сар сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк төбәк операторҙары хеҙмәте өсөн түләйәсәкбеҙ. Күп ҡатлы йорт фатирында йәшәүселәргә 140 һум, ә шәхси торлаҡта йәшәүселәргә унан да күберәк - 200 һум тура килә. Был айына һәм бер кеше башынан алына торған хаҡ. Тимәк, ғаиләлә дүрт кеше булған хәлдә 540 һәм 800 һумды сығарып һалырға кәрәк буласаҡ. Халыҡ сүп-сар өсөн ошо суммаларҙы түләргә әҙерме һуң? Әллә инде, уларҙан һорап тороусы булдымы икән. Кеше фекерен белешеү түгел, яҡшылап аңлатыу эше лә алып барылманы. Шуға күрә халыҡ был хаҡтарҙың нимәгә нигеҙләнеп иҫәпләп сығаралыуын да төшөнөп етмәй. Ә ҡалдыҡтарға ҡағылышлы ҡанундың үҙ көсөнә инеүенә бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды.

“Мин сүп-сарҙы йыйыу, сортлаштырыу һәм эшкәртеүҙе хуплайым, әммә бының өсөн түләүҙең ул тиклем юғары булыуы менән килешмәйем. Фатирҙа биш кеше иҫәптә торабыҙ. Беҙҙең өсөн 700 һум күп. Кеше башынан 50 һум тирәһе булһа ла етер ине. Тарифты билдәләүселәр 140 һәм 200 һум иң ҙур хаҡ, уның кәметелеүе лә, граждандарға льготалар индерелеүе лә ихтимал тип белдереүҙәренә лә ышанып етмәйем”, - ти Рәфил Ишморатов. Гәзит уҡыусыбыҙҙың ризаһыҙлыҡ белдереүен аңларға була. Ысынлап та халыҡ был реформаға ҡаршы түгел, сөнки тирә-яҡтың сүп-сар менән тулыуынан тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә, шулай уҡ кешеләрҙең үҙҙәренә зыян килеүен яҡшы төшөнә. Тик хаҡ борсой уларҙы. Рәфил ағай яҡынса иҫәпләп тә ҡараған. Биш ҡатлы, дүрт подъезлы йортта 80 фатирҙа йәшәгән кешеләрҙән йыйылған сумма ярайһы ғына килеп сыға, ти. «Етәкселәр бәлки полигондар төҙөү, сүп-сарҙы айырыу, эшкәртеү өсөн шарттар булдырыу талап ителә, тип аҡлайҙыр был хаҡты. Ә был бурысты ябай кешеләр өҫтөнә япһарыу, минеңсә, бөтөнләй дөрөҫ түгел. Дәүләт үҙенән бөтә яуаплылыҡты алып ташламаҡ буламы әллә? Ошонан файҙаланып төбәк операторҙары сүп-сар байына әйләнеп китмәһә ярар ҙа», - ти Рәфил Ғәлимйән улы.

2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инеүенә әҙ генә ваҡыт ҡалды. Әммә халыҡ өсөн асыҡланмаған һорауҙар күп әле.


Рәсәй Президентының Май Указына ярашлы, 2030 йылға тиклем беҙ полигондарға алып барып түккән сүп-сар 20 процент ҡына булырға, ҡалған 80 проценты яңынан эшкәртелергә тейеш.
Читайте нас: