газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Ноябрь 2018, 17:06

Шихандар яҙмышы борсой

Мәскәүҙә «Йәшел Рәсәй» экологик йәмәғәт хәрәкәте ойошторған Бөтә Рәсәй эколог-ирекмәндәре съезы үтте. Был сарала Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тәҡдиме менән Салауаттан Земфира Нәбиуллина һәм Өфөнән Елена Воробьева ҡатнашҡан.

Ҡалабыҙ вәкиле Земфира Юлай ҡыҙы һөйләүенсә, иң башта «Йәшел Рәсәй» экологик йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Константин Курченков 5 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе менән таныштыра. Йәмәғәтселәрҙең үткәргән иң ҙур күләмле сараларының береһе - экологик өмәләр. Уҙған йылда унда 85 төбәктән 10 миллион кеше ҡатнашҡан. Константин Юрьевич был акция ирекмәндәренә әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдергән һәм ҡатнашыусыларға иҫтәлекле миҙалдар тапшырған.

Презентация ваҡытында Салауаттан Земфира Нәбиуллина һәм баш ҡаланан Елена Воробьева башҡорт халҡы өсөн мөһим буған Шихан тауы яҙмышы хаҡында бәйән иткән. Унда тамашасылар иғтибарына Айҙар Ғәлимов һәм Роберт Юлдашев башҡарыуында «Шартлатма!» тип аталған клип-йыр күрһәтелә. Был тема бөтә ҡатнашыусыларҙың да йөрәгенә үтеп ингән.

- Беҙ съезда сағыу, хозур тәбиғәтле тыуған яғыбыҙ, үткәргән акциялар, командабыҙ, ирекмәндәр хаҡында һөйләнек. Республика хаҡында йылы тәьҫораттар ҡалдырҙыҡ, тип уйлайым. Үҙебеҙ менән миҙалдар һәм Рәхмәт хаттары алып ҡайттыҡ. Яңы таныштар табыуыбыҙға шатбыҙ. Артабан да ҡалабыҙ, республикабыҙ экологияһы проблемаларын хәл итеүҙә тәжрибә менән уртаҡлашасаҡбыҙ, - ти Земфира Нәбиуллина.


Читайте нас: