Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Ноябрь 2018, 10:52

Ҡалдыҡтарға яңыса ҡараш

Билдәле булыуынса, ил кимәлендә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында реформа бара. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, шулай уҡ уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк. Коммуналь квитанцияларҙа “ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа киләсәк һәм был хеҙмәт өсөн хаҡтар ҙа билдәле.

Башҡортостан өсөн ҡалдыҡтар проблемаһы айырыуса киҫкен. Республикала барлыҡ санитар талаптарға ярашлы ни бары 36 полигон бар. Ҡалғандары - санкцияланмаған сүплектәр. Һәм улар ғәйәт күп - 3,5 меңгә яҡын. Унда йыйылған токсик матдәләр тупраҡты һәм һыуҙы бысрата, был иһә кешеләрҙең сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә хәүеф менән янай. Быларға юл ҡуймаҫ өсөн илдә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында ҙур реформа башланды. Яҡын арала етди үҙгәрештәр буласаҡ һәм улар һәр ҡайһыбыҙға ҡағыласаҡ. Был мәсьәлә менән сит илдә күптән шөғөлләнәләр. Сүпте күмгәнсе, унда уны эшкәртеп, йәнә хужалыҡ ихтыяждары өсөн ҡулланырға тырышалар. Был форматҡа беҙҙең ил дә яйлап ҡына күсә. Төбәктәрҙә ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса заводтар төҙөләсәк. Һөҙөмтәлә, сүп-сарҙың яртыһынан күбеһе икенсе һулыш аласаҡ. Был республика территорияһында таҙалыҡ һәм кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә булышлыҡ итәсәк.

Ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторҙары кемдәр? Улар - ҡалдыҡтар контейнерға эләгеп, сорттарға бүленеп, эшкәртеп, күмгәнгә тиклем яуап биреүсе компания. Һәр субъектта улар конкурс нигеҙендә һайлап алына. Башҡортостанда уны республика Хөкүмәте үткәрҙе. Ышаныслы һәм яуаплы башҡарыусы репутацияһынан тыш, ҙур эш тәжрибәһе һәм үҫешкән матди-техник база булыуы мөһим ине.

Республика территорияһы ҙур, шуға ла уны биш зонаға бүлделәр. Уларҙы дүрт төбәк операторы хеҙмәтләндерәсәк. Майҙан буйынса иң ҙур территория «Эко-Сити» компанияһында. Ул Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары өсөн яуап бирә.

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тариф та билдәләнде. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше айына 140 һум, ә шәхси йортта тороусы 200 һум түләйәсәк. Төбәк операторҙары тәүге айҙарҙа түләүҙәрҙең суммаһын төшөрөргә лә әҙер. «Эко-Сити» ҡайһы бер категория граждандары льготаға эйә булыуын да хәбәр итә. Сүп-сар өсөн яңыса түләү суммаһы электр энергияһы өсөн түләү квитанцияһында буласаҡ. Сөнки «Эко-Сити» менән «Башҡортостан энергетика компанияһы» араһында ошо турала килешеү төҙөлгән.

Башҡортостан кешеләре сүп-сар сығарыуға бәйле һорауҙарын “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып бирә ала. Тулы мәғлүмәттәр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтында урынлашҡан.


Читайте нас: