Изгелек эшләргә яратҡан ханымдың ҡулынан барыһы ла килә. Уға эйәреүселәр ҙә күп. Республика көнөндә, ул ҡалабыҙҙы йәшелләндереү маҡсатында, 4 мең ағас үҫентеһе һатып алып ҡайтҡан. Земфира уларҙы теләге булғандарға таратып бирә. Башта мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, «Әннәби» йәмиғ мәсетенә тапшыра.
- Һәр кемдең ағас үҫтереү мөмкинлеге бар. Ҡарағай, имән, кедр үҫентеләрен ҡала ситендә лә ултыртырға иҫәп тотабыҙ. Салауатыбыҙ таҙа ла булһын, көндән-көн йәшелләнһен, сағыу төҫтәргә биҙәлһен, - ти Земфира Нәбиуллина.
Әйтергә кәрәк, үткән шәмбе «Вега» бассейны биләмәһе лә сүп-сарҙан һәм ҡалдыҡтарҙан таҙартылды, артыҡ ҡыуаҡ-лыҡтар йолҡоп алынды. Активистарҙан тыш, унда ҡала хужалығы идаралығы, «Махсус автохужалыҡ» эшселәре әүҙем ҡатнашты.