газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Сентябрь 2018, 13:38

Ҡалдыҡтарҙан таҙартылды

Гәзиттең алдағы һандарында «Эшләйбеҙ!» Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан экологик акцияһының үтәсәге хаҡында яҙып үткәйнек. Үткән ял Салауатта 360-лап кеше 11 урынды сүп-сарҙан таҙартты.

Барлығы 378 тоҡ ҡалдыҡ йыйылған. Бынан тыш активистар күлдән - 47, Ағиҙел йылғаһы ярҙарынан һәм яҡындағы урмандан 23 автомобиль тәгәрмәсе тапҡан. 6 тонна ауырлыҡта иҫке техника, йыһаздар йыйылған. 221 кг шешә һәм 11 кг алюминде икенсел сеймал ҡабул итеү пунктына тапшырып, 2500 һум килем алынған. Был аҡса “Әсә йөрәге” фондына тапшырылған.

- Барыһы ла яҡшы үтте. Иртәнге 9-сы яртыла йыйылып, 12-ләргә эште тамамланыҡ. Сарала ҡатнашыу-сыларға “Тормош аҙығы” фондынан Альбина Зиннәтулина төшкө аш әҙерләгәйне. «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров арбуз, ҡауындар менән һыйланы. “Пиар” реклама агентлығы (Альбина Рябина) активистарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡала хужалығы идаралығы транспорт, ҡорамалдар һәм бирсәткәләр менән ярҙам итте. Шәхси эшҡыуар О.В.Михайлов һәм “Уральский Купец” күмәртә баҙары тоҡтар һәм бирсәткәләр, ә йүнсел Андрей Ғәзиев һыу, маскалар һәм ҡулъяулыҡтар бирҙе. Барыһына ла ҙур рәхмәт, берҙәм көс менән ҙур, изге эште атҡарып сыҡтыҡ, - ти экологик акцияның Салауаттағы кураторы Земфира Нәбиуллина.


Читайте нас: