газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Сентябрь 2018, 12:21

Яғайыҡмы? Янайыҡмы?

Янғын ҡурҡынысын тыуҙырған йәй үтте, тип тынысланырға ярамай. Сөнки көҙгө-ҡышҡы осорҙа ла ут мөлкәт-ереңде ялмап алырға әҙер.

Тышта һалҡынайтыу менән электр йылытыу йыһаздары күптәр өсөн алыштырғыһыҙ әйбергә әйләнә. Бер яҡтан, шәп нәмә лә кеүек, фатирҙы йылыта, кер киптерергә лә уңайлы. Әммә асыҡ ут һәм электр йыһаздары өҫтөндә кейем киптереү оло фажиғәгә алып килеүе ихтимал. Йылытҡыстарҙы тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Иң мөһиме - электр йылытыу приборҙарын, башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырырға түгел. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

- Статистика күрһәтеүенсә, тап көҙгө-ҡышҡы осорҙа хәүеф бермә-бер арта. Янғындарҙың 50-70 проценты кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында сыға. Әйтәйек, уңыш йыйып алғандан һуң, баҡсаларҙы йыйыштырып, сүп-сар яндыралар. Был дөрөҫ түгел. Ҡоро-һарыны ашлама итеп тә ҡулланып була бит. Һуңғы ай эсендә мунсалар яныу тураһында хәбәрҙәр күп килә. Был да - яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Икенсе осраҡ - электр приборҙары менән һаҡһыҙ ҡулланыу. Хәҙер техника заманы. Һәр кемдә телевизор, микротулҡынлы мейестәр, кер йыуыу машинаһы, компьютерҙар һәм тағы әллә нәмәләр бар. Уларҙың бөтәһен бергә тоҡандырыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡыҫҡа ялғаныш янғынға сәбәпсе була. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр газ ҡорамалдарын, мейестәрҙе даими тикшерһендәр ине. Көҙгө-ҡышҡы миҙгел башланыр алдынан беҙ «Торлаҡ» операцияһын уҙғарабыҙ. Халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ, иҫкәрмәләр таратабыҙ. Мөлкәтеңә һәм тәбиғәткә ҡарата ла берҙәй һаҡсыл ҡарашта булғанда, хәүеф-хәтәр урап үтер, - ти ҡала хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы начальнигы Рәлиф Ғәлиев.


Читайте нас: