Проекттың маҡсаты - киң йәмәғәтселекте, власть органдарын, бизнесты территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм бөхтәлекте һаҡлау өсөн, бер командаға берләштереү.
БР Экология министрлығы менән берлектә Республиканың һәр ҡала-районында акцияны уңышлы үткәреүҙә координаторҙар билдәләнгән. Сараға тирә-яҡты таҙартырға әҙер булған активистарҙы ла ылыҡтырыу күҙ уңында тотола. Ойоштороусылар был эшкә 200 мең кешене сығарырға ниәтләй.
- Үҙебеҙ йәшәгән ҡаланың сани-тар торошона битараф булмаған эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, студенттар, депутаттар, тәрбиәселәр, комбинат эшселәре, уҡыусылар август айының һәр аҙнаһында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан арындырҙы. Хатта Мәскәү, Ҡырым, Калининградтан килгән ҡу-наҡтар ҙа акцияла дәррәү ҡатнашты. Беҙ ай буйы бер нисә тапҡыр үтәсәк акция тураһында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт бирҙек. Ҡалала тыйылған бер нисә сүп-сар урындарын асыҡланыҡ. Ул - мәсет һәм “Магнит” супермаркеты, 1-се ҡала дауаханаһы алды, Желанный ҡасабаһы күле, “Алмаз” мәҙәниәт йорто биләмәһе. Проектта теләгән һәр кем ҡатнаша алды.
Ҡала хакимиәте исеменән сараға йәлеп итеү өсөн белем биреү, спорт, йәмәғәт, мәҙәни ойошмаларына хаттар таратылды. Шулай уҡ хакимиәт тарафынан махсус техника, тоҡтар, бирсәткәләр бүленде. Пластик шешәләр һәм алюминий икенсел сеймал ҡабул итеү пунктына тапшырыласаҡ. Унан килгән аҡса “Әсә йөрәге” фонды балаларына бүләккә тотоноласаҡ. Шулай уҡ волонтерҙар ҙа тәмлекәстәр һәм сәй менән һыйланасаҡ. Транспорт менән «Рудерис-Көньяҡ» төбәк операторы йәмғиәтенән Ксения Тормышева ярҙам итә. Беҙ ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы туҡтатырға тейешбеҙ, - ти ҡала пляжын таҙартыу буйынса проект кураторы, Салауат эшҡыуарҙар союзы ағзаһы Земфира Нәбиуллина.
Һәр кем бирсәткә, тоҡ алып яратҡан тәбиғәт урындарын таҙарта ала. 15 сентябрҙә иртәнге 9-ҙан 11-гә тиклем барыһын да сүп-сар таҙартыу эштәренә саҡырабыҙ. Аҙаҡ күпме ҡалдыҡтар йыйылыуы тураһында һығымта яһаласаҡ.