Таҙартыу ҡоролмалары 1954 йылдан бирле эшләй. Ул «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһынан, Салауат торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарынан, шулай уҡ Салауат, Ишембай предприятиеларынан ағыҙылған һыуҙарҙы ла ҡабул итә.
Яңы ҡоролманы төҙөкләндереү ете этапҡа бүленгән, бөгөн икеһендә эштәр тамамланған. Уларҙы башҡарғанда аҡҡан һыуҙарҙы таҙартыу өлкәһендә эшләгән донъяның билдәле заманса тәбиғәтте һаҡлау технологиялары, юғары технологик һәм энергияны аҙ сарыф иткән ҡорамалдар ҡулланыла. Проектты файҙаланыуға тапшырғас, Ағиҙел йылғаһының экологик хәле күпкә яҡшырасаҡ. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, һыу таҙартылып эшкәртелгәндән һуң, ҡабаттан файҙаланыуға ҡайтарылырға мөмкин.
Төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә ғәмәлдәге таҙартыу ҡорамалдарының майҙаны 400 гектарҙан 200 гектарға кәмейәсәк. Был тирә-яҡ мөхиткә зарарлы ташландыҡтарҙың кире йоғонтоһон кәметәсәк. Майҙансыҡтар таҙартылып ҡулланыуға ҡайтарыласаҡ.