Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2018, 10:43

Ҡалдыҡтар проблема тыуҙыра

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында Ағиҙел буйындағы пляждың күркәмләнеп ҡалыуы, унда төрлө фитнес ҡорамалдарының ҡуйылыуы хаҡында яҙып үткәйнек. Халыҡҡа шатланып, һаҡлыҡ күрһәтеп, бер нимәне емермәй, спорт майҙансығында шөғөлләнергә, йылғала һыу инергә ҡалғайны.

Тик... Әле ул майҙансыҡты ҡарарлыҡ та түгел. Һыу ингәндән һуң кешеләр шешә, стакан, ҡапсыҡтар өйөп ҡалдыра. Быяла ярсыҡтары өҫтөнән балалар, хатта өлкәндәр ҙә ялан тәпәй йөрөй. Сүп-сарҙы ярамаған урындарға ташлаусылар менән көрәш бер ҡасан да тамамланмаҫ кеүек. Сөнки активистар, ирекмәндәр, предприятие эшселәре өмәләрҙә Ағиҙел буйын таҙартып тора, әммә ул әҙәпһеҙ әҙәмдәр арҡаһында шунда уҡ ҡалдыҡтар менән тула.

Урналарҙың тирә-яғы ла ҡот-осҡос хәлдә. Ҡала хужалығы идаралығы һәм махсус авто-хужалыҡ аҙнаһына бер тапҡыр биләмәне ҡалдыҡтарҙан таҙарта. Тик был ғына етмәй, ул кире тула. Яңыраҡ пластик шешәләрҙе йыйыу өсөн һауыттар ҡуйҙылар. Халыҡ сүп-сарын унда ыр-ғытырмы икән, ял иткән урынға ҡалды-рып китерме, тигән һорау тыуа.

Кешеләр саҡ ҡына булһа ла тәртипле, яуаплы булһа, тирә-яҡты бысратыуға юл ҡуймаҫ ине.


Читайте нас: