Ут сығыу фатирҙарҙа, шәхси секторҙарҙа, баҡса участкаларында күҙәтелә. Башлыса электр үткәргес сымдарының төҙөк булмауы ут сығыуға сәбәпсе.
- Ҡыҙғанысҡа күрә, эскән килеш постелдә тәмәке тартып янғын сығарыу осраҡтары ла булғылай. Муса, Спутник ҡасабаһына, 116-се кварталға йыш юлланырға тура килә. Сүп-сарҙағы янғынды һүндереү буйынса 50 саҡырыуға барҙыҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ, ут сығып көслө ел арҡаһында таралған ике баҡса йортон һәм ике мунсаны бер юлы һүндерергә тура килде. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр булманы. Хәрәкәттә булған ике автомобилдәге янғынды ла юҡ иттек. Уларҙың сәбәбе - электр үткәргес сымдарының төҙөк булмауы, - ти 36-сы янғын часының ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы Сергей Антюшкин.
Шулай ҙа янғын һүндереүселәргә ут тоҡаныуҙың ялған мәғлүмәттәре буйынса ла йөрөргә тура килә. Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар тиҙәр бит. Быға иғтибар итмәй булмай.
Белеүебеҙсә, Башҡортостанда урман-яландарҙың яныуы йышайған. Салауатта был тарафтан ут сығыуы күҙәтелмәй. Шулай ҙа ағаслыҡтарҙа янғын ҡурҡынысы бар. Быға йыш ҡына ут менән һаҡһыҙ эш итеү төп сәбәп булып тора. Һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөгө, усаҡ арҡаһында янғын сыға, һуңынан уның менән көрәшеү бик ауырға тура килә. Ут ағастарға ғына түгел, урмандағы бөтөн тереклеккә зыян килтерә. Ғөмүмән, хәлде кеше факторы ҡатмарландыра: тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда улар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урмандарҙа һәм улар янында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған, үҙ белдегең менән ҡоро үлән яндырған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы, ғәйепленән күрелгән зыянды ҡаплаттырыу, 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.