Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Июль 2018, 11:34

Йәшендән йәшенеү булыр хәйерлерәк

Йәй етеү менән тәбиғәттә төрлө ғәжәйеп күренештәр килеп сыға башлай. Шулар араһынан йәшен иң серле һәм хәүефлеләрҙән һанала. Йыл һайын күпме кеше, мал, йорт-ҡура зыян күрә. Унан нисек һаҡланырға кәрәклеге хаҡында ҡала хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы начальнигы Рәлиф Ғәлиев һөйләй.

- Республикабыҙҙа кешене йәшен атҡан осраҡтар йыш була. Унда көслө электр разряды тупланған. Кешене бер нисә метрға ырғыта ала. Шул ваҡытта мейе һелкенеүе, һөйәктәр һыныуы ихтимал. «Тиҙ ярҙам» килгәнсе, зыян күреүсегә яһалма һулыш һәм йөрәккә массаж яһарға кәрәк. Йөрәк дарыуы булһа, мотлаҡ эсерергә. Йәшен башланғанда яҡын тирәлә ышыҡ урын булмаһа, башы­ғыҙҙы тубыҡтарға тиклем эйеп, сүкәйегеҙ, ергә һуҙылып ятыу ярамай. Металл әйберҙәрҙе тиҙ генә сисергә, кеҫә телефондарын һүндерергә. Яңғыҙ ағас төбөндә ултырыу ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Йәшен йышыраҡ имән, ҡарағай, тирәк ағастарын һуға. Ҡайын, сағанға бик тейеп бармай. Һыу инеп йөрөгән булһағыҙ, кисекмәҫтән, унан сығығыҙ. Яр буйынан 100 метр алыҫлыҡта торорға кәрәк. Йәшен ваҡытында йүгереү - ҙур хата. Яланда тороп ҡалһағыҙ, ташҡа ултырырға тырышығыҙ. Ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшеренеү бәләнән һаҡлап алып ҡалыр. Машинала китеп барһағыҙ, туҡтап, унан сығып тороу хәйерлерәк булыр. Сөнки тимер ат хәүеф сығанағы иҫәпләнә.

Ҡалалағы йорттарға йәшен этәргестәр ҡуйылған. Был төҙөлөш ваҡытында уҡ проект буйынса ҡарала. Эре объекттарҙа ла шулай. Унһыҙ сафҡа индереү тыйылған. Ә бына шәхси йорттар был турала үҙҙәре хәстәрлек күрергә тейеш. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙур фажиғәнән һаҡлап алып ҡалыр.
Читайте нас: