Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Июль 2018, 11:52

Фәрит Ғүмәров: һыуҙа хәүефһеҙлек мөһим

Республикала эҫе һауа торошо һаҡлана. Шуның өсөн күптәр йылға-күл буйҙарына ашҡына. Шул уҡ ваҡытта ундағы бәлә-ҡазалар ҙа арта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батып үлеүселәр араһында балалар ҙа бар. БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һыу объекттарында ялды хәүефһеҙ үткәрергә саҡыра.

- Һыуҙағы фажиғәләрҙең үҙенсәлектәре нимәлә?

- Уларҙың өсәүһен билдәләп үтер инем. Беренсенән, йылға-күлдәрҙә иң күбе июль айында һәләк булалар. Был ошо айҙа һауа торошоноң эҫе булыуы һәм отпукстар, каникулдар осоро менән тура килеүгә бәйле. Мәҫәлән, быйыл июлдең беренсе көнөндә генә 6 кеше батып үлде. Икенсенән, транспортта һыуға төшөү осраҡтары ла йыш була. Былтыр Хәйбулла районында өс кешенән торған ғаилә автомобилдәрендә батып вафат булдылар. Өсөнсөнән, балыҡ тотҡан ваҡытта бәлә-ҡазаға осраусылар күбәйә. Йыл башынан алып 4 балыҡсының ғүмере өҙөлдө.

- Бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәптәре ниндәй?

- Фажиғәле хәлдәрҙең төп сәбәптәре - ул рөхсәт ителмәгән урындарҙа, эскән килеш һыу инеү, үҙеңдең физик мөмкинлектәреңде артыҡ баһалау, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау, ололарҙың балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы. Мәҫәлән, Өфөнөң Йылы күлендә 9 йәшлек малайҙың ғүмере ошо арҡала өҙөлдө.

- Һыу инеү миҙ-гелендә бәлә-ҡазалар-ҙы иҫкәртеү буйынса ниндәй эш алып барыла?

- Һыу объекттарында махсус һыу инеү урында-ры булдырыла, унда ҡотҡа-рыусылар дежур итә. Улар рейдтар ҙа ойоштора һәм «ҡырағай» пляждар асыҡланһа, унда ла ваҡытлыса постар ҡуйыла. Ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫтәренә төшөрөлөп тора.

- Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмаһын өсөн үҙеңде нисек тоторға кәрәк?

- Ялығыҙ хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен тиһәгеҙ, таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, эскән көйө һыуға төшмәгеҙ. Яңғыҙығыҙ ҙа һыу инеү кәңәш ителмәй. Һыуҙың тәрәнлеген белмәй ярҙан һыуға суммағыҙ, балаларығыҙҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.


Читайте нас: