“Флора” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланы йәшелләндереү менән шөғөлләнә. Ойошма эшселәре ошо араларҙа күп кенә урындарҙы гөлләмәләргә күмергә тейеш. Шуға ла көн оҙоно улар ошонда бил бөгә. Хатта ял көндәре лә эшкә сығырға тура килә. Предприятиеның мастеры Гәүһәр Ғәлиәкбәрова әйтеүенсә, улар көнөнә 100-гә яҡын йәшник сәскә ултырта. Тик ҡайһы бер әҙәмдәрҙең уларҙы йолҡоуы, матурлыҡҡа ҡул һалыуы һағайта. Ҡала халҡы гүзәллекте ихтирам менән ҡарарға өйрәнһен ине.