Салауат ҡалаһы өсөн экология мәсьәләһе бик актуаль һәм һауалағы зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән норманан артмауын даими тикшереп тороу өсөн иң кәмендә өс ҡоролма талап ителә. Министр һүҙҙәренә буйынса, республикала дөйөм алғанда, 18 ошондай станция кәрәк: Өфөлә - 10, Стәрлетамаҡта - 5 һәм Салауатта - 3. Беҙҙең ҡалала уларҙың береһе республика бюджеты иҫәбенә ҡуйыласаҡ.
- Беҙ был маҡсатҡа аҡса табасаҡбыҙ, - тип вәғәҙәләне Илдар Һаҙыев. - РФ Президентының Май указдарында һауа атмосфераһын бысратыуҙы 20 процентҡа кәметергә тигән бурыс ҡуйылды. Республика сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәк булараҡ, был проблемаға ҙур иғтибар бүленергә тейеш.
Салауатта йылына 55 мең тонна ҡаты ҡалдыҡ барлыҡҡа килә һәм уны йыйыу полигоны төҙөү кәрәк, тигән мөрәжәғәткә экология министры былай тип яуап бирҙе:
- Полигон төҙөү өҫтөнлөклө бурыс булырға тейеш түгел. Беренсенән, был идеяны бер кем дә хупламай. Икенсенән, бөгөнгө заманда ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем эшкәртеү бурысы ҡуйыла, йәғни ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып алып, эшкәртеп, көнкүреш ҡулланыу әйберҙәрен етештерергә була. Хатта дәүләттән дә ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу полигондарын төҙөү өсөн субсидиялар бүлеү ҡаралмай, тик эшкәртеүгә генә өҫтөнлөк бирелә.
Әйткәндәй, 5 июндә Бөтә донъя Тирә-яҡ мөхит көнө билдәләнде. Был дата йәмәғәтселек иғтибарын тәбиғәткә, экология мәсьәләләренә йүнәлтеү маҡсатында 1972 йылда булдырыла. Ул көндө төрлө акциялар, митингылар, концерттар ойошторола. Йыл һайын Тирә-яҡ мөхит көнө айырым девиз аҫтында үтә.