газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Апрель 2018, 12:18

Барығыҙ ҙа - өмәгә!

Яҙ тәбиғәттең һәм тормоштоң уянған мәле. Быйыл ҡар әллә ни күп булмаһа ла, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалҡып та сыҡты.

Яҙ тәбиғәттең һәм тормоштоң уянған мәле. Быйыл ҡар әллә ни күп булмаһа ла, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалҡып та сыҡты.

Салауат ҡала хакимиәте башлығы ҡарары менән 9 апрелдән 10 майға тиклем ҡалала тирә-йүнде тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре иғлан ителде. Әйткәндәй, ҡала халҡы йыл һайын был сарала ихлас ҡатнаша.

Шаршамбы көндө ҡаланың балалар дауаханаһы территорияһы ла гөрләп торҙо. Дауахана хеҙмәткәрҙәре дәррәү тирә-яҡтарын йыйыштырыуға тотонған.

- Беҙҙең биләмә таҙа булһын өсөн бөтә коллектив менән экологик өмәгә сыҡтыҡ. Таҙалыҡ - үҙебеҙ өсөн. Балалар ҙа ата-әсәләре менән саф һауаға сыҡһын, тиҙерәк шәбәйһендәр, - ти Миңлегөл апай.

Ҡаланы таҙартыу буйынса саралар Еңеү көнөнә тиклем дауам итәсәк. Ҡала халҡы май байрамдарын таҙа, матур ҡалала ҡаршы алһын өсөн эшләйһе эштәр байтаҡ. Тротуарҙарҙы тәртипкә килтерергә, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртырға, ҡоймаларҙы төҙөкләндерергә кәрәк.

Тыуған ҡалабыҙҙың тәбиғәтенә иғтибарҙы көсәйтеп, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға тырышайыҡ.
Читайте нас: