Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Ғинуар 2018, 11:32

Ҡала һәм ауылдарҙағы таҙалыҡ хаҡына

Бөгөнгө йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең береһе - сүп-сар. Кеше йәшәгән һәр ерҙә, ауылда булһынмы, ҡалаламы, унан ҡотолоу сараһын күрергә кәрәк. БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Стәрлетамаҡ территориаль идаралығының әйҙәүсе белгесе Ришат Байымов беҙҙең менән осрашыуҙа Экология йылында башҡарылған ҡайһы бер эштәргә туҡталып, бөгөн тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында, сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыуҙың әһәмиәте тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе.

Бөгөнгө йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең береһе - сүп-сар. Кеше йәшәгән һәр ерҙә, ауылда булһынмы, ҡалаламы, унан ҡотолоу сараһын күрергә кәрәк. БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Стәрлетамаҡ территориаль идаралығының әйҙәүсе белгесе Ришат Байымов беҙҙең менән осрашыуҙа Экология йылында башҡарылған ҡайһы бер эштәргә туҡталып, бөгөн тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында, сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыуҙың әһәмиәте тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе.

Территориаль бүлектең эшмәкәрлеге тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ведомство Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан тыш, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ғафури, Ауырғазы райондарын күҙәтеү аҫтында тота. Ришат Хаживәли улы һүҙҙәренсә, яҙлы-көҙлө йорт алдарын йыйыштырыу өмәләре ойошторола һәм уларҙа шәхси йорт хужалары ла ҡатнашырға, йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтерергә тейеш. Беҙ инде рейдтарға сығып, ошо бурысты үтәмәгәндәргә ҡарата штраф һалабыҙ, ти белгес. Шулай уҡ кешеләрҙән һауала насар еҫтәрҙең таралыуына ялыуҙар булғанда тикшереүҙәр уҙғарыла. Ришат Байымовтың һуңғы йылдарҙа сәнәғәт предприятиелары һауаға сығарылған ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем әҙәйтеү сараларын күрә, тигән һүҙҙәре айырыуса ҡыуандырҙы беҙҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында уйлап та бирмәгән, сүп-сарҙы йылға буйҙарына, соҡор-саҡырға ғына ырғытҡан кешеләр ҙә бар. Территориаль идаралыҡ белгестәре ауылда сүп-сарҙы махсус полигон машиналары ярҙамында сығарыуға килешеү төҙөргә кәрәклеге хаҡында аңлатыу эше алып барған. Әммә әлегә кешеләр был мәсьәләһенең әһәмиәтлеген төшөнөп бөтмәй, нишләп беҙ түләргә тейеш, тип ҡаршы төшөүселәр табыла. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер ауылдарҙа Ишембай ҡалаһының полигоны менән килешеү төҙөлгән. Уларҙа сүп-сарҙы махсус машиналар килеп йыйып ала. Халыҡтан бының өсөн түләү күп алынмай. Кешеләргә сүп-сарлы тоҡтарға тултырып, билдәләнгән көнгә ҡарай йорт алдына сығарып ҡуйыу етә. Ишембай ҡалаһындағы полигонда бер нисә сортировкалау цехы бар, килтерелгән сүп-сарҙы айырып алалар, ҡағыҙҙарҙы, полиэтилен һауыттарҙы артабан эшкәртеүгә ебәрәләр, төрлө хәүефле ташландыҡ әйберҙәрҙе ҡабул итәләр. Әйткәндәй, унда әлеге ваҡытта Салауат ҡалаһынан да, бигерәк тә төрлө эре ойошмалар үҙенең ҡалдыҡтарын тапшыра.

- Ауылдарҙа билдәләнмәгән урындарҙа ҡый ташлау өсөн штраф һалыу ҡаралған. Уйлап ҡараһаң, штраф түләгәнсе, ай һайын сүп-сарҙы сығарыуға килешеү төҙөү күпкә отошлораҡ, - ти Ришат Хаживәли улы. - Экология йылы тамамланыу менән беҙҙең эш һүлпәнәйәсәк тигән һүҙ түгел. Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлауҙы тикшереү, халыҡ араһында аңлатыу эше дауам итәсәк. Бигерәк тә йәштәрҙе өйрәтеү һөҙөмтәле. Улар йыйыштырыу өмәләрендә лә актив ҡатнашып килә, һуңынан үҙҙәре таҙартҡас, улар сүпләүгә бармаясаҡ.
Читайте нас: