Яңы йыл байрамы үтеү менән шыршыларҙы сығарып ташлай ҙа башланылар. Ҡайһы берәүҙәр сүп һауыттарына ырғытһа, икенселәре подъезд төбөнә ҡарға ҡаҙап китә.
30 декабрҙә баҙарға юлландым. Унда һатылмаған шыршылар бик күп. Уйлап ҡараһаң, Яңы йылға табан өйҙәрендә барыһы ла шыршыларын биҙәп ҡуйҙы бит инде. Әлегә тиклем бер кемдең дә 30-31 декабрҙә шыршы биҙәп йөрөгәнен күргән юҡ.
Байрамдан һуң яңылыҡтар тапшырыуынан ниндәйҙер ҡалала байтаҡ ҡына шыршыларҙың сауҙа үҙәге алдында өйөлөп ятыуын күрҙем. Һатылмай икән, Яңы йылға бер-өс көн ҡалғас, бушҡа тарат та ҡуй! Үҙемә булмағас, кешегә лә бирмәйем, тиҙәр бит. Шулай килеп сыға ла инде.
Быйыл әллә һатып алыусы булмаған, әллә кешеләр яһалма шыршы алып бөткән. Әлбиттә, яһалмаһын алһаң, оҙаҡ йылдарға етә. Аҡса яғынан да экономия. Унан бигерәк ысын шыршылар йәл.
Минеңсә, йәшел ҡупшыҡай өс көнлөк байрам өсөн һатылырға тейеш түгел. Магазиндағы яһалмаларына өҫтөнлөк бирһәләр, урмандағы әллә күпме ылыҫлы ағастар һаҡланыр ине!