Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса Бөтә Рәсәй съезы һәм «ЭКОТЕХ» халыҡ-ара күргәҙмә-форум уҙғарҙы. Унда Экология йылына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Экология йылындағы сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа лидерҙар исемлегендә булһа, беҙҙең ҡаланың «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте иң яҡшы 26 компания иҫәбендә.
Салауат предприятиеһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2017 йылда РФ-тың Тәбиғәт ресурстары һәм экология ми-нистрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте араһында Экология йылын үткәреү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеү төҙөлә. Документта компанияның технологик производство ҡалдыҡтарын экологик яҡтан хәүефһеҙ хәлгә тиклем еткереү маҡсатында, «Мономер» һәм нефть эшкәртеү заводтарының сульфид-һелте ағымдарын таҙартыу ҡоролмаһын төҙөү, шулай уҡ сәнәғәт майҙансығын хеҙмәтләндереүсе таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу ҡарала.
- 2017 йылда Рәсәй тәбиғәт министрлығы, ил тәбиғәт күҙәтселеге, төбәк хөкүмәте һәм илебеҙҙең иң эре предприятиелары менән 61 килешеү төҙөлгән, - тип билдәләне Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Артем Сидоров федераль экологик совет барышында. - Сәнәғәт компаниялары Экология йылында килешеүҙәр нигеҙендә 79 млрд һум суммаһына таҙартыу ҡоролмаларын һәм производстволарын яңыртыу буйынса 107 сараны тормошҡа ашырған. Тағы ла 70 проект 2018 йылдан алып 2025 йылға тиклем башҡарыласаҡ. Тап күҙәтеү органдары - предприятие - төбәк форматында эшләү тәбиғәткә зыянды кәметеүгә булышлыҡ итә. Тик комплекслы һәм төплө уйланылған экологик сәйәсәт кенә тирә-яҡ мөхит таҙалығын тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота, шул саҡта ғына беҙҙең граждандарҙа ышаныс тыуа.