2017 йыл Рәсәйҙә һәм республикала Экология йылы тип иғлан ителгәйне. Ниһайәт, йыл аҙағына яҡынлашты һәм йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Был йәһәттән ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы барыһынан да йылғырыраҡ булып сыҡты. Күптән түгел улар исемле йылды тамамланы.
- Бөгөн эшебеҙгә йомғаҡ яһап, «Төбәктең заманса экологик мәсьәләләре. Проб-лемалар һәм хәл итеү юлдары» тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарабыҙ. Бындай сара музейҙың үҙендә тәүгегә үтә. Конкурс йәй көнө үк иғлан ителгәйне. Сәнәғәт ҡалаһы булараҡ, экология проблемаһы Салауатта айырыуса киҫкен тора. Уҡыусылар педагогтары менән бергә тикшеренеү, эҙләнеү эштәре алып барҙы, - тине музейҙың үҫеш хеҙмәте начальнигы Яна Фәтхетдинова.
Баһалама ағзалары бел-дереүенсә, балалар алдарына ҡуйылған бурыстарға бик етди ҡараған, көнүҙәк темаларҙы күтәргән, һынау-тикшеренеүҙәр үткәргән, проблеманан сығыу юлдарын эҙләп тапҡан. Еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмаған. Һөҙөмтәлә, һәр кемдең хеҙмәте лайыҡлы тип танылды. Ҡатнашыусылар дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тәбиғәттең тоғро дуҫтарына афарин, тип әйтергә ҡала. Әммә уларҙың барыһы өсөн дә иң ҙур бүләк музей баҫтырып сығарған брошюра булғандыр. Унда һәр кем үҙенең тикшеренеү эшен күрә ала. Был балаларҙы артабанғы эштәргә илһамландырыр, көс-дәрт өҫтәр.
Конкурста барлығы 11 уҡыусы һәм 5 педагог ҡатнашҡан. Иң әүҙемдәре тип балалар экология-биология станцияһы һәм 19-сы мәктәбе аталды. Уҡыусыларҙың тикшеренеү, эҙләнеү эштәре араһында ниндәйе генә юҡ ине. Мәҫәлән, Виктория Ерофеева төрлө ерҙәрҙән алынған ҡар һыуында кресс-салат үҫтереп, ҡайҙа иң таҙа ҡар булыуын һәм үҫемлектең нисек үҫеүен күҙәткән. Егор Скрипник иһә, берәҙәк эттәр проблемаһын күтәреп сыҡҡан. Ә Альберт Ғәлиәкбәров Ҡариҙел районы-ның Муллаҡай ауылы эргәһендә үҫкән умырзаяларҙың төрөн асыҡлаған. Былтыр иһә ошон-дай уҡ эш Салауат ҡалаһы янын-да үткәрелгән. Быны респуб-ликаның башҡа райондарының нимәһе менән айырылыуын асыҡлау өсөн башҡарғандар. Ҡалған сығыштарҙа ла актуаль темалар яңғыраны.
Бәләкәйҙән тәбиғәтте хәстәр-ләргә, һаҡларға, яҡларға кәрәк-леген белеп үҫкән йәш быуын киләсәктә лә тәбиғәттең ысын һаҡсылары булырына ышанабыҙ.