Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Ноябрь 2017, 12:39

Пластик һауыт. Файҙаһынан күберәк зыяны

2017 йылдың Экология йылы тип иғлан ителеүен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ул ябай халыҡ тормошона ла ярайһы уҡ үҙгәрештәр алып килер тип көтөлгәйне. Әммә бер ниндәй ҙә айырмаһын һиҙмәнем.

2017 йылдың Экология йылы тип иғлан ителеүен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ул ябай халыҡ тормошона ла ярайһы уҡ үҙгәрештәр алып килер тип көтөлгәйне. Әммә бер ниндәй ҙә айырмаһын һиҙмәнем.

Бигерәк тә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса мәсьәлә-һенең хәл ителмәүе борсой мине. Ниңә күпселек халыҡ сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы хуплаған хәлдә лә, уны тормошҡа ашырыу һаман һуҙылып килә? Быға аптырарлыҡ та түгел, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү бизнесы беҙҙә башланғыс хәлдә генә икән. Бөгөнгө көнгә республикала көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 15 проценты артабан ҡулланыуға йүнәлтелә.

Пластик һауыттарҙы ғына алайыҡ. Уларҙы айырым бер урынға сығарып һалыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ, бөтәһе лә эшләй алыр ине быны. Әлегә ул дөйөм сүплек менән полигондарға ташыла. Ә һеҙ ташландыҡ пластик һауыттың күпме һаҡланғанын беләһегеҙме? 500 йыл. Уйлап ҡараһаң, ул ейән-бүләсәләребеҙ заманында ла серемәгән була әле. Ә уның ҡарауы, кешеләр ундай пластик һауыттарҙы көн һайын 500 миллиардтан 1 триллионға тиклем ҡуллана.

Көнкүреш ҡалдыҡтары донъя­ның бихисап илдәрен хәүефкә һала. Был йәһәттән Бөйөк Британия хөкүмәте 1990 йылдан бирле ҙур эш алып бара. Унда “аҙыҡ-түлектән бушаған пластик һауыттарҙың 70 проценты эшкәртелергә тейеш” тигән талап бар. Тоҡсай һәм шешә­ләрҙе йыйыу, эшкәртеү менән илдең 100-ҙән ашыу компа­нияһы шөғөлләнә. Шул рәүешле йыйылған пластиктан махсус аппараттар ярҙамында яңынан эшкәртеп, яһалма шекәрә, сүс еп, йорт йыһаздары, автомобиль бам-перҙары, канцелярия тауарҙары, сумкалар, кейем етештерәләр. Башҡа илдәрҙә лә яһалма материалдарҙан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү, уларға алмашҡа тиҙ тарҡала торған материалдар уйлап табыу өҫтөндә эш алып баралар. Мәҫәлән, бер эшҡыуар, көн һайын авиакомпанияларҙың самолетта осоусы халыҡты ашатыу өсөн күпме пластик тәрилкә, сынаяҡ һәм ҡалаҡ-сәнске һатып алыуын белеп аптырап, аҙаҡ үҙен дә ашап ҡуя торған, бойҙайҙан эшләнгән һауыт-һаба етештереүҙе яйға һалған. Әле был төр һауыт-һаба ҡайһы бер осоштарҙа һынау үтә.

Пластик әйберҙе яндырыуҙың үтә хәүефле булыуын да иҫкәртке килә. Ул янғанда бүленеп сыҡҡан токсиндар һауаны ла, тупраҡты ла, шул һауаны һулаған кешене лә зарарлай. Поливинилхлоридты утҡа ырғытҡас бүленгән фосген тигән газды Беренсе донъя һуғышында химик ҡорал булараҡ тотонғандар. Тағы ла ул төтөндә иң ағыулы матдә тип һаналған диоксин була. Яман шеш ауырыуҙарының ҡырҡа артыуын ошо органик булмаған сүпте яғыу менән дә бәйләйҙәр, сөнки улар осоп китмәй, тупраҡҡа, үҫемлектәргә ултыра.

Ҡулға пластик шешә, полиэтилен тоҡсай килеп эләккәс, эх, тип ҡуяһың да, тағы ла шул сүп-сар биҙрәһенә алып барып һалаһың. Ҡасан аҡылды эшкә ҡушып, ҡалдыҡтан да файҙа күреү яйын табырҙар икән? Был бит үҙебеҙҙе лә һаҡлау, яҡлау икәнде аңларға ваҡыт.


Читайте нас: