газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
25 Май 2025, 22:10

Раббыбыҙ бойороғон үтәп

Ислам донъяһында ике оло һәм мөбәрәк байрам бар. Уларҙың береһе - Ураҙа ғәйете һәм икенсеһе - Ҡорбан байрамы. Ураҙа үтеп, 70 көндән һуң Ҡорбан байрамы билдәләнә. Быйыл ул 6 июнгә тура килә. Был көндө Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөнә тағы бер тапҡыр ышанып, мохтаждарға, йәтимдәргә, төрлө бәлә-ҡазаларға осраған ҡәрҙәштәребеҙгә, хәлдән килгәнсә, ярҙам ҡулы һуҙыла. Һәм, әлбиттә, ҡорбандар салына һәм байрам намаҙҙары уҡыла.

Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп

“Әннәби” йәмиғ мәсетендә бер нисә йыл рәттән, ошо ике оло байрам алдынан дин әһелдәре өсөн уҡыуҙар ойошторола. Күптән түгел республиканың көньяҡ райондарында эшләп килгән ахундар, мөхтәсибтәр, имамдар өсөн Рәсәй ислам университеты мөғәллимдәре дәрестәр уҙғарҙы.

- Әҙәм балаһына, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт белемдәрен нығытып, уны яңыртып тороу фарыз, был бигерәк тә дин һорауҙарына ҡағылғанда мөһим эштәрҙең береһе. Белемдән тыш, Ҡорбан байрамына бәйле ойоштороу мәсьәләләре лә көнүҙәгендә. Бөгөнгө көндә ҡорбан итен тикшертеп тормайбыҙ, уны кешеләргә таратып бирәбеҙ. Был дөрөҫ эш түгел, ошоно тәртипкә һалырға кәрәк. Сөнки төрлө мал бар, башҡа өлкәләрҙән алып килгәндәр ҙә юҡ түгел, ә ул сирле булырға мөмкин. Әгәр ҡорбан малын алырға ниәтебеҙ бар икән, хужаһы менән танышып, бар документтарын ҡарарға кәрәк. Ошондай сетерекле һорауҙарҙы саҡырылған хәҙрәттәргә, имамдарға аңлатып үтергә йыйҙыҡ, - тип һөйләй шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.

Ҡорбандың важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын, тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Ул, әйтелгәнсә, ниндәйҙер эш-ғәмәлдең хәйерле булыуына өмөтләнеп, барыһы ла һәйбәт тамамланһын, яҡшыға булһын тип теләгәндә салына. Уны йыл әйләнәһенә салырға мөмкин. Иттең барлыҡ өлөшө ярҙамға мохтаждарға, ҡатмарлы хәлдә булғандарға, етемдәргә һәм башҡа ауырлыҡ кисергәндәргә бирелә. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле. Ҡорбан ите өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе - үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була.

- Диндә әйтелгәнсә, ғилем өйрәнеү бишектән алып ләхеткә тиклем фарыз. Өлкән йәштә булһаҡ та дөрөҫ итеп дини белем алырға тейешбеҙ. Сөнки хәҙерге ваҡытта төрлө фетнәләр сығып тора, килешелеп бөтмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Ошонда мәсеткә килеп өйрәнгәндә генә ул һорауҙарға яуаптар алабыҙ, белемдәрҙе нығытабыҙ, аҙаҡ урындарҙа халыҡ менән эшләүе еңелгә төшә, - тип белдерә Көйөргәҙе районынан килгән имам Ғәли Рәхимов.

Әйткәндәй, “Әннәби” йәмиғ мәсетенә ҡорбанды үҙҙәре сала алмағандар йәки беҙгә ите кәрәкмәй тигәндәр тәғәйен сумма ҡалдыра. Унда уларҙың исем - шәрифтәре яҙып алынып, улар исеменән ҡорбан салына. Быйыл дин әһелдәре был ҡорбандарҙы махсус хәрби операция зонаһындағы ир-егеттәребеҙгә ебәрәсәк. Рәмил хәҙрәт Насиров аңлатыуынса, итте йәй көнө тиҙ генә алып барып еткереп булмай, шуға улар тушенкалар эшләргә ниәт иткән. Тағы ла Ҡорбан ғәйете көнөндә мәсеттә байрам намаҙынан һуң, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәләре, ҡатындары өсөн сәй табыны ойошторола. Был эш Ураҙа ғәйетендә башланып киткәйне.

- Ҡорбан салғанда иң мөһиме - малдың күҙен ҡапларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күп осраҡта онотолоп кителә. Пәйғәмбәребеҙ беҙҙең динебеҙ йомшаҡ, шәфҡәтле дин тип өйрәткән, шуға ла салынасаҡ ҡорбан ҡанды күрмәһен өсөн күҙҙәрен ҡапларға кәрәк. Икенсе мәсьәлә, бысаҡты өс тапҡырға тиклем хайуан муйынында ышҡыһаң, ит хәләл булмай тип аңлатыла. Электән атабабаларыбыҙ бысаҡты яҡшы итеп үткерләп беренсе тапҡырҙан уҡ салып ебәргән. Һәм, әлбиттә, күңелдәге ниәт. Кешеләр салынған хайуанға ҡорбан булараҡ түгел, ит рәүешендә ҡарай. Йәғни, күпме килограмм, ҡайһы ерен биргәндәр. Шул саҡта ҡорбандың ҡабул булыуында һорау тыуа, - тип аңлата Рәсәй ислам университетынан уҡытыусы Булат Ғәфүров.

Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА. Автор фотоһы       

Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Раббыбыҙ бойороғон үтәп
Автор:
Читайте нас