газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
21 Май 2021, 10:30

Мосолмандарҙың оло һәм изге байрамы

13 майҙа мосолмандар динебеҙҙең төп Ураҙа байрамын билдәләне. Ислам диненең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, игелектәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау яуҙырып уҙғарған рамаҙанды диндарҙар ошолай ололап оҙата. Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә ғәйет намаҙы уҙҙы.

13 майҙа мосолмандар динебеҙҙең төп Ураҙа байрамын билдәләне. Ислам диненең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, игелектәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау яуҙырып уҙғарған рамаҙанды диндарҙар ошолай ололап оҙата. Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә ғәйет намаҙы уҙҙы.
Мосолмандар, иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп, Ураҙа ғәйете намаҙына баҫа. Йола буйынса, уға тиклем йорттарын тәртипкә килтерә һәм байрам табыны әҙерләй, һуңынан яҡындарын, дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыра. Аллаһы Тәғәлә байрам намаҙына ҡәҙәр фитыр саҙаҡаларын да бирергә ҡушҡан.
Былтыр коронавирус арҡаһында Ураҙа байрамын ололап уҙғарыу мөмкинлеге булманы. Быйыл саралар ғәҙәти шарттарҙа, шулай ҙа барлыҡ санитар нормаларҙы үтәп уҙғарылды. Йәмиғ мәсетенә фитыр саҙаҡаһы биреү, вәғәздәр тыңлау һәм ғәйет намаҙында ҡатнашыу өсөн бик күп салауаттар йыйылды. Мосолмандарҙы байрам менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Салауат Харасов килде.
- Салауат ҡалаһының барлыҡ мосолмандарын изге рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым, - тине Игорь Миронов. - Был көндәрҙә күберәк изгелек ҡылыу, мохтаждарға ярҙам итеү барыһын да берләштерә һәм, минеңсә, тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығыта. Белеүемсә, бөгөн күптәр байрам өҫтәле әҙерләй, яҡындарын, дуҫтарын, күршеләрен ҡунаҡҡа саҡыра һәм был, әлбиттә, кешеләрҙең ниндәй диндән булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы бер-береһенә яҡынайта. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, һәр йортта тыныслыҡ, мәрхәмәтлек тантана итеүен теләйем.
Рәсәйҙең Баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров салауаттарға Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың изге теләктәрен еткерҙе. Үҙенең сығышында ул рамаҙан айында “Әннәби” йәмиғ мәсете һәм йәмәғәтселек тарафынан бик күп изге ғәмәлдәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне.
- Был изге Рамаҙан айында Аллаһы Раббыбыҙ алдында үтәй торған бик күп ғибәҙәттәребеҙҙе үтәргә тырыштыҡ. Беренсенән, ул тәрәүих намаҙы, ул көн дә уҡылды, ул инде ураҙа айында Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә ирешә торған ун көн ине, әлхәмдуллилаһ, уны ла үтәргә насип булды. Икенсе ун көнө бөтөн ғазаптарҙан кисереү көнө, өсөнсөһө ут ғазабынан ҡотолоу ине, уларҙың барыһын да үтәргә тырыштыҡ. Шулай уҡ беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ, шәкерттәребеҙ бөтәһе лә бергә йыйылышып, көн дә Ҡөрьән уҡыны, 20 Ҡөрьән Кәрим китабын уҡып сыҡтылар, был бик ҙур дәрәжә, тип әйтәһе килә. Шунан мохтаж 250 ғаиләгә ризыҡтар, бынан тыш, 20 мең финик тараттыҡ. Ғөмүмән алғанда, рамаҙан айында ҡылынған ғибәҙәттәребеҙ һанап та бөтөрлөк түгелдер. Ошо изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан хәҙрәттәргә, ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәт еткергем килә.
Шулай уҡ беҙҙә ҙур тарихи ваҡиға - мәсет асылғандан алып ҡаланың ун ике башлығы алмашынды һәм бөгөн беренсе тапҡыр башлыҡ мәсеткә килеп бөтә мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров һәм дин ҡәрҙәштәрҙе байрам менән ҡотлап үтте. - Бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләр инем, бергәләшеп тағы ла ғибәҙәттәр ҡылып, бер мөғәләмәлә булып, дуҫлыҡта, татыулыҡта шатланышып, изгелектә йәшәргә насип булһын.
Салауат Харасов Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенә Рәмил хәҙрәттең саҡырыуы буйынса килгән.
- Бөгөн ҙур байрам. Бер ай буйына мосолмандар ураҙа тотто. Бөгөн улар мәсеттә, бер-береһенә изге теләктәр теләп тантана итә. Мин Салауат ҡалаһына һәр ваҡытта теләп киләм. Миңә мәсеттәге яҡшы мөхит, ололарҙың да, бәләкәйҙәрҙең дә бында теләп йөрөүе оҡшай. Ураҙа байрамына ла кешеләр киң һәм асыҡ күңел менән килә, бер-береһен ихлас ҡотлай. Мин дә ҡала мосолмандарын республика етәкселеге исеменән сәләмләп, Ураҙа байрамы уңайынан изге теләктәрҙе еткерҙем, - ти Салауат Харасов.
Врач-отоларинголог, “Мусташфа” клиникаһы табибы Рәйсә Усманова ҡалабыҙҙың йәмиғ мәсетендә йәкшәмбе мәктәбендә өлкәндәргә һәм балалар төркөмөнә дин буйынса белем бирә, ун йылға яҡын ураҙа тота.
- Мосолмандар 12 йәштән алып ураҙа тота башлай ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин дин юлына һуңыраҡ баҫтым, шулай ҙа хәҙер бөтә дини талаптарҙы үтәргә тырышам. Ураҙала булғанда тәүҙә ике аҙнаға отпуск алдым, һуңынан байрамдар булды, иң мөһиме ниәт, ҡалғанында Хоҙай Тәғәлә ярҙам итә. Бөгөн беҙҙә икеләтә байрам, беренсенән ураҙа тамамланыуына ҡыуанһаҡ, икенсенән, ошо тотҡан ураҙаларыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә беҙгә яҡлаусы булыр, тигән өмөт тыуа, - тип һөйләй Рәйсә ханым.
Ғәйет намаҙынан һуң мәсеттә дини белем алып йөрөүсе һәм байрамға килгән балалар өсөн конкурстар, уйындар ойошторолдо, һәр береһенә бүләктәр, күстәнәстәр тапшырылды. Ә мәсеттең кафеһына Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары һәм башҡа конфессия вәкилдәре саҡырылғайны. Улар ҙа ҡала мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотланы.
Изге Рамаҙанды ғәйет намаҙы, Ураҙа байрамы менән ололоҡлап оҙатҡан кеүек, киләһе айҙарҙы ла шулай уҡ ҡаршы алып, иманда, сабырлыҡта шөкөр итеп йәшәйек.
“Әннәби” йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Фәнил хәҙрәт Кинйәбулатов фитыр саҙаҡаһын биреү тәртибе хаҡында аңлатты.
- Фитыр саҙаҡаһы һәр мосолман өсөн вәжиб. Ул етеш тормош өсөн биргән саҙаҡа тип атала. Кем етеш йәшәмәй, фәҡир, улар фитыр саҙаҡаһынан азат ителә. Фитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙанына тиклем бирергә кәрәк, унан һуң инде ул ябай саҙаҡа тип һанала. Рамаҙан айы башланғас та фитыр саҙаҡаһын биреү дөрөҫ. Йылдан-йыл дин тәғлимәттәрен төшөнөүселәр арта, шуға күрә лә рамаҙан айы дауамында һәм ғәйет намаҙана тиклем фитыр саҙаҡаһын бирергә кәрәклекте лә аңлаусылар күп, ғөмүмән, халыҡ дингә ынтыла, мәсеткә лә йөрөүселәр һаны артҡандан-арта, - тине ул.
“Әннәби” йәмиғ мәсетенә килгән Әлфир Әҡсәнов Ураҙаның һәр мосолман өсөн изге байрам булыуын билдәләй.
- Беҙҙең өсөн был яҡты һәм изге байрам. Һаулыҡ ураҙа тоторға мөмкинлек бирмәне, шулай ҙа Ураҙаны көтөп ҡаршы алабыҙ. Барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәремә иҫәнлек-һаулыҡ теләр инем. Салауат ҡала мәсете бик матур, яҡты дини йорт, ҡаланың бик күп мосолмандарын үҙенә йыя. Беҙ ябай кешеләр ҡайһы бер дини тәртиптәрҙе, ҡағиҙәләрҙе белеп тә бөтөрмәйбеҙ, ә бындағы хәҙрәт, имам-хатибтар халыҡҡа асыҡ, ниндәйҙер дини һорау менән килһәң һәр ваҡыт ярҙам итәләр, ентекле яуап бирәләр, -
тип үҙенең фекерен белдерҙе ул.
Читайте нас: