Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Апрель 2021, 10:50

Ҡаршылыҡтар ҡыйыуҙарҙан ҡурҡа

Ҡайһы ваҡытта сир алдында оло кешеләр ҙә бөгөлөп төшә. Ә бала кеше ауырыуҙы нисек күтәрергә тейеш? Юҡ, киреһенсә, үҙҙәренә бирелгән һынауҙы ололарға ҡарағанда ла лайыҡлыраҡ үтеүсе ҡыҙ-малайҙар һоҡланыу уята. Ете йәшлек Серафима Кинйәкәйеваның ике йыл элек шәкәр диабеты менән сирләүе асыҡланған. Ләкин ҡыҙсыҡ әсәһе менән ауырыуҙы ҙур һынау тип түгел, ә йәшәү рәүеше итеп ҡабул итергә өйрәнгән.

- Ҡыҙымдың шәкәр диабеты менән сирләүен белгәс, бер туҡтауһыҙ инсулин ҡаҙарға тура килер, тип ҡайғырҙыҡ. Шунан һуң сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу иң яҡшыһы икәнен аңланыҡ. Серафима менән дөрөҫ ашау ғына түгел, ғәҙәти тормош алып барыу өсөн дә күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Хәҙер инде ҡандағы шәкәр күрһәткесе лә һәйбәт, күтәрелеп киткән осраҡта ла, ҡыҙым үҙен лайыҡлы тота. Беҙ был сирҙе ҡабул итеп тулы тормош алып барабыҙ, шуға күрә сәйәхәт тә итәбеҙ, сорт, бейеү, йөҙөү менән дә шөғөлләнәбеҙ, - тип һөйләй ҡыҙсыҡтың әсәһе Инна.
Яңыраҡ Бөтә донъя һаулыҡ көнөндә “Әннәби”йәмиғ мәсетендә ошо батыр ҡыҙыҡайҙың Салауат уҡытыусылары, врачтары һәм дин әһелдәре менән осрашыуы үтте.
- Һаулыҡ – Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән иң изге бүләк. Беҙҙең бурыс – уны һаҡлау. Баҡтиһәң, шәкәр диабеты сир түгел, ә йәшәү рәүеше икән. Иң мөһиме - үҙ-үҙеңде хәстәрләү, хәрәкәт итеү һәм күңелендә тик яҡты, изге уйҙар менән булыу. Серафима кешенең шәкәр диабеты менән дә тулы тормош алып бара алыуына бер өлгө булып тора. Беҙ бөгөн шәкәр диабеты менән сирләгән кешеләрҙең тормошон нисегерәк яҡшыраҡ итеү тураһында фекер алышыу өсөн йыйылдыҡ, - тине Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ул Серафиманы “Мәрхәмәтлек өсөн” миҙалы менән бүләкләне.
Рәмил хәҙрәттең һаулыҡ өсөн үҙебеҙ яуаплы булыуы хаҡындағы фекерен республиканың “Һаулыҡ сәнғәте” халыҡҡа сәләмәтлекте пропагандалауҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рима Шәйҙуллина, Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаров ярҙамсыһы Альберт Әхтәмов һәм “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге рәйесе Александр Стовбчатый ҙа хупланы. Улар ошондай осрашыуҙарҙың, аралашыуҙың, тейешле мәғлүмәт, кәңәштәр биреүҙең әһәмиәтен, ни тиклем кәрәкле булыуын билдәләп үтте.
Читайте нас: