Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
19 Март 2021, 09:03

Ислам - изгелеккә һәм камиллыҡҡа әйҙәүсе дин

Һәр мосолман кешеһенең йәшәү мәғәнәһе, уның ниндәй өммәттән һәм ҡәүемдән булыуына ҡарамаҫтан, кешеләргә яҡшылыҡ эшләүҙән ғибәрәт. Ул уны табыш алыу һәм дан-шөһрәт ҡаҙаныу өсөн түгел, ә йөрәге ҡушыуы буйынса, шәфҡәт ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн башҡара. Мөфтөй, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров етәкләгән “Әннәби” йәмиғ мәсете ҡалабыҙҙың хаҡ мосолмандарын әленән-әле изге эштәре менән ҡыуандырып тора. Ул мәсеттәге шарттарҙы яҡшыртыу булһынмы, йә иһә балаларға, ололарға дини белем биреүме - барыһы ла ислам динен таратыу, үҫтереү мәшәҡәттәре менән янып йөрөүҙең асыҡ миҫалдары.

Коронавирус йәмғиәте-беҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә үҙ төҙәтмәләрен индереп, сикләүҙәр ҡуйһа ла, беҙҙең ҡала мәсете үҙ ишектәрен япманы. Унда төҙөкләндереү ҙә барҙы, дини тәғлимәттәрҙе халыҡҡа еткереү буйынса эш тә алып барылды.
- Янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалдары ун йыл һайын ҡаралып торорға тейеш, әлеге ваҡытта улар яңыртыла, сөнки 1 марттан янғын хәүефһеҙлеге буйынса яңы ГОСТ ғәмәлгә инде, шуға беҙҙәге талаптар ҙа яңы стандарттарға тап килергә тейеш. Әлеге ваҡытта ошо юҫыҡта эш башланған һәм 1 ай эсендә барыһын да алыштырып бөтөү планлаштырыла. Был ҙур күләмдәге генә эш, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт. - Шулай уҡ акустиканы алыштырабыҙ. Был аҙан әйтелгәндә, Ҡөрьән уҡылғанда бөтә кабинеттарҙа ла ишетелеп торһон өсөн эшләнә. Быға тиклем улар тик ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар залдарында ғына бар ине. Был ниәтебеҙҙе Ураҙа байрамына тиклем ике ай эсендә атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым.
Мәсет эшмәкәрлеге заман менән бергә атларға тейешлеген иҫәпкә алып, дини йортта интернет уҙғарыу буйынса ла эш алып барыла.
- Мәсеттә интернет бар, әммә беҙҙең хеҙмәт тә 21-се быуат талаптарына яуап бирергә тейеш, шуға күрә мәғлүмәтләштереү донъяһынан артта ҡалмай, уның менән бергә атларға бурыслы, - тип билдәләй Рәмил хәҙрәт.
Баҫмабыҙ биттәрендә мәсеттәге ир-аттар залын-да стеналарҙың бер өлөшө буялыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Мөфтөй һүҙҙә-ренсә, бинаның эске яғын матурлау, йәмләндереү дауам итәсәк. Янғын һүндереүгә бәйле бөтә эштәр тамамланыу менән ир-аттар залы тулыһынса буяла. Фойе ла яңы төҫ аласаҡ, уның иҙәненә плиткалар түшәләсәк.
13 апрелдә мосолмандар өсөн иң изге айҙарҙың береһе - ураҙа айы башлана. Салауат йәмиғ мәсетендә уға әҙерлек бара. 3000 календарь баҫтырылған, улар кешеләргә таратыласаҡ. Шулай уҡ саҡырыу ҡағыҙҙары ла әҙерләнгән. Унда “Әннәби” йәмиғ мәсетендә тәүгеһе 12 апрелдең киске сәғәт 10 тула 15 минутта башланып, көн һайын тәрәүих намаҙҙары уҙғарылыуы, 8 майҙан 9-ына ҡарай төндә - Ҡәҙер кисе, вәғәздәр иртәнге сәғәт 8-ҙән башланыуы, 13 майҙа Ураҙа байрамы булыуы, байрам на-маҙының иртәнге сәғәт 10-да башланыуы хаҡында мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ башҡа төрлө мәғлүмәттәр менән танышыу өсөн сайт атамаһы, штрих-код билдәләнгән. Саҡырыу ҡағыҙы менән финиктар ҙа таратыласаҡ. Икенденән аҡшам намаҙына хәтлем Ҡөрьән уҡый белгән хәҙрәттәр 20-шәр бит Ҡөрьән уҡыясаҡ һәм рамаҙан айында тулыһынса Ҡөрьән хәтеме сығылып, байрам көндө Салауат ҡалаһында йәшәгән бөтөн кешеләргә иҫән-һау, бәхетле йәшәһендәр тип бағышланасаҡ. Ураҙа байрамына күп кенә етәк-селәрҙе саҡырыу ҡаралған.
Рәмил хәҙрәт Насиров “Әннәби” йәмиғ мәсетендә дини уҡыуҙарҙың тергеҙелеүе хаҡында ла хәбәр итә. Мосолмандар беҙҙең ҡалала ислам нигеҙҙәрен өйрәнә һәм квалификацияһын күтәрә ала. Мәсеттә балалар төркөмдәре өсөн уҡыуҙар 20 марттан, ә ололар өсөн уҡыуҙар Рамаҙан айы тамамланғандан һуң, 17 майҙа башлана һәм улар өсөн белем алыу йәй, көҙ буйына барасаҡ, һуңынан уҡыуҙар йыл әйләнәһенә ойоштороласаҡ. Дәрестәр теҙмәһе төркөмдәр йыйылыуына ҡарап билдә-ләнәсәк. Дини белем алырға теләүселәр ғаризаларын мәсеттә дежур имамға ҡалдырырға мөмкин, унда бәйләнеш өсөн телефондар яҙылған булыуы мөһим. Белешмәләр өсөн телефон: 8-3476-36-99-60.
- Дини белем алырға теләүсе кешеләр бар, төр-көмдәр йыйыла башланы. Электән уҡып килеүселәр уҡыуҙарын дауам итәсәк, ә яңы килгәндәр өсөн айырым төркөм булдырыласаҡ. Беҙҙең мәсет-тә дини белем нигеҙҙәрен уҡытырлыҡ имамдар етерлек. Был дини уҡыуҙар тергеҙелеү менән мәсет тормошо тағы ла йәнләнеп китәсәк, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.
Имамдар һәм мөғәлимәләр Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары етәкселегендә ислам нигеҙҙәре буйынса квалификацияларын күтәрә ала. Уҡыуҙар 24 майҙан 27-нә тиклем Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан “Тау һауаһы” һауыҡтырыу комплек-сы нигеҙендә барасаҡ. Был уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларға дәрестәргә йөрөү генә түгел, алған белемдәре буйынса имтихан тапшырыу ҙа кәрәк буласаҡ һәм улар һөҙөмтәһендә Рәсәй ислам университетының дәүләт өлгөһөндәге дипломы тапшы-рыласаҡ. Уҡыуҙан тыш, улар өсөн иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар һәм Нөгөш йылғаһы буйлап теплоходта йөрөү планлаштырылған.
- Был уҡыуҙарҙа өс төрлө документ тапшырыласаҡ: имамдарға дини эшмәкәр-лекте алып барыу буйынса танытма, махсус белемдәре булмағандарға таныҡлыҡ, ә инде махсус һәм дини белеме булғандарға квалификация күтәреүҙәре тураһында диплом. Һәр йәстү намаҙын төрлө ауылдарҙа үткәрергә ниәт итәбеҙ, - тип һөйләй хәҙрәт.
Әйтергә кәрәк, “Әннәби” йәмиғ мәсете заман менән бергә атларға тырыша, улар-ҙың сайттарында мәсеттең имамдары һөйләгән вәғәздәр яҙҙырылып ҡуйылып тора.
Читайте нас: