газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
5 Февраль 2021, 11:25

Һәр эштә һөҙөмтә мөһим

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаров менән осрашыу уҙҙы.

- Тормошобоҙҙа бөтәһе лә яҡшы булыуы һәйбәт, әлбиттә. Шулай ҙа ниндәйҙер проблемалар килеп сығып тора, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә әҙер булған депуттар табылһа, эштәр алға барасаҡ. Беҙҙең тормошобоҙ татыулыҡта, тыныслыҡта үтһен, ул һөҙөмтәле булһын, - тип асты осрашыуҙы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Салауат ҡалаһына килеп ошолай халыҡ менән осрашыу-ҙар ойошторғаны өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаровҡа рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәрен еткерҙе.
- Мин мосолман кешеһе һәм ислам минең өсөн мәрхәмәтлек дине. Бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетендә үтеүе лә мөһим, сөнки ул кешеләрҙе изгелеккә әйҙәп тороусы дини йорт. Пандемия осоро еңел булманы, шулай ҙа яйлап халыҡ менән осрашыуға мөмкинлек тыуа башланы. Берҙәмлек менән кешелеккә төшкән һынауҙы ла йырып сығырбыҙ. Халыҡ үҙҙәренең шәхси һорауҙары менән дә, дөйөм йәмәғәт проблемалары менән дә мөрәжәғәт итә, беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ, - тине депутат.
Ул Үҙәк диниә назараты мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насировҡа йәмәғәт эшмәкәрлеге, илһөйәрлеге, рух нығытыу һәм башҡа изге эштәре өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев-тың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Салауат ҡалаһының бер нисә киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәрен жур-налистикалағы юғары про-фессионализмы, ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошон объектив яҡтыртыуы һәм актив йәмәғәт позицияһы өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
- Ҡалабыҙҙа телевидение эшләп килә, гәзиттәр сыға. Улар беҙгә һәр ваҡыт терәк булып тора. Беҙ ҡылған изге эштәрҙе, Салауаттағы мәсеттең тулы ҡеүәттә эшләүен күрһәтәләр, яҙалар һәм уларҙың ошо хеҙмәте һөҙөмтәһендә беҙ йома һайын күберәк мосолмандарҙы ҡаршы алабыҙ. Беҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе лә баһалайбыҙ, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.
- Мин Салауатҡа йылына бер булһа ла килергә тырышам, ҡала менән йылы мөнәсәбәттәр булдырылған. Бик яҡшы перспективалы ҡала, күп кенә талантлы, ҡала яҙмышына битараф булмаған кешәләр менән осрашам. Мәҫәлән, әлеге осрашыуҙа спорт мәктәбе етәксеһенең учреждение, балалар, уларҙың киләсәге өсөн янып-көйөүе, пандемия осоронда спорт ойошмалары эшмәкәрлектәрен туҡтатылып торорға мәжбүр булыуы өсөн борсолоуын белдерҙе. Бындай инициативалы кешеләргә нисек ярҙам итмәйһең, депутат һәм граждан булараҡ уларҙың эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙе үҙ бурысын итеп һанайым. Хәлдең айышына төшөнөп, ҡайһы ерҙә муниципалитет кимәлдә, ҡайһы ваҡытта республика, йәки федераль кимәлдә ярҙам итеү юлдарын эҙләргә кәрәк, - тип билдәләне Гаджимурад Заирбек улы.
Ул шулай уҡ ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетенең уҙенсәлекле өлгөлө дини учреждение булып тороуын билдәләп үтте.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутатына Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез районы мәсеттәре вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ҡаланың бер нисә эшҡыуары үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Гаджимурад Омаров үҙенең исеменә килгән һорауҙарҙы, ҡабул итеүҙә яңғыраған мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Кеше ҡануниәт яҡтан яҡланған булырға тейеш, тине депутат.
- Салауатҡа килгәс, мин халыҡ менән ҡала хакимиәтен-дә йәки муниципаль учрежде-ниеларҙа осрашырға тейеш-мен кеүек, әммә мин мәсеткә киләм, сөнки бында бөтәһен дә тиҙ генә ойошторалар, кешеләр килә һәм күп кенә проблемаларҙы хәл итеүгә өлгәшеп була. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙары төрлө. Мәҫәлән, әле ике дини ойошманың ҡаршы тороуы хаҡында мәсьәлә күтәрелде. Власть бүлешеү дини кешеләр өсөн проблемалар тыуҙыра. Дәүләт дини ойошмаларҙан айырым торһа ла, теркәлеү һорауҙары дәүләттең хоҡуҡи нигеҙҙәре менән бәйле. Кемделер иҡтисади һорауҙар борсой, кемдер эшһеҙ ҡалған, ғөмүмән, һорауҙар төрлө яҡлы, кешеләр бер үк һорау менән килә тип әйтеп булмай. Халыҡ менән аралашырға кәрәк, власть вәкилдәренә хат яҙып ҡына, проблеманың барлыҡ асылын асып һалып булмай. Тура диалог күпкә һәйбәтерәк. Беҙ халыҡ мәнфәғәттәрен юғары кимәлдә яҡлау өсөн депутат итеп һайланғанбыҙ, - тине Гаджимурад Омаров.
Читайте нас: