газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
22 Ғинуар 2021, 11:22

Дини белем алыу - һәр мосолмандың мөҡәддәс бурысы

Ислам динендә ғилем алыу ҙур урын алып тора. Эйе, кешеләрҙең күбеһе донъяуи фәндәрҙе өйрәнә, мәктәптә, университетта уҡый. Ә ысынбарлыҡта Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң хәйерле белем - Ҡөрьән һәм ислам дине менән бәйле булған ғилем. Сөнки улар әҙәм балаһын гонаһтарҙан һаҡлай, иманын күтәрә, әхлағын яҡшырта, изге эштәргә өндәй, йәмғиәтте һәйбәт яҡҡа үҙгәртә. Кеше ул белем арҡаһында Аллаһтың барлығын, бөйөклөгөн таный һәм тормоштоң маҡсатын аңлап йәшәй.

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә имамдарға белемдәрен камиллаштырыу-ҙары хаҡында дипломдар тапшырылды. Улар Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетындағы ҡабаттан уҡыу, квалификация күтәреү һәм өҫтәмә белем биреү факультетының “Мосол-ман дини ойошмалары хеҙмәт-кәрҙәренең вәғәз һөйләү эшмәкәрлеге һәм төп йолалар” программаһы буйынса белем алған.
- Һеҙ ошондай квалифика-ция күтәреү мөмкинлеген ҡабул итеп алыуығыҙ өсөн шатбыҙ. Йәш йәки оло булыуығыҙға ҡарамаҫтан, белем алыуға ынтылаһығыҙ, бының өсөн Салауатҡа икенсе ҡаланан, райондан килеп уҡыйһығыҙ - былар барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Һеҙ ғилем алдығыҙ, хәҙер Аллаһы Тәғәлә хаҡына изге эштәр ҡылырһығыҙ, кешеләрҙең дингә бәйле һорау-ҙарына яуап бирә алырһығыҙ, тип ышанам. Иң мөһиме изге Ҡөрьән китабына таянығыҙ, шул саҡ дөрөҫ юлдан барырһығыҙ, - тине мөфтөй, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров имамдарға мөрәжәғәт итеп.
Ул шулай уҡ Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты етәксе-легенә квалификация күтәреү курстарын беҙҙең ҡаланың йәмиғ мәсетендә ойоштороу-ҙары һәм уҙғарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был юҫыҡ-тағы хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, тип уйлайбыҙ, тине хәҙрәт.
Рәсәй ислам университеты проректорының урынбаҫары, мөғәллим Йософ хәҙрәт Якибаев уларҙың “Әннәби” йәмиғ мәсете менән дини белемдәрен камиллаштырыуға теләүселәр өсөн даими курстар уҙғарып тороу хаҡында килешеү барлығы тураһында әйтте. Былтыр төрлө программалар буйынса ике төркөм уҡыған. Уларға Ислам университетынан хәҙрәттәр килеп, белем биргән.
- Мосолман кешеһе ғүмер буйына ғилемгә ынтыла, уның аша ул Хоҙай Тәғәлә булдырған донъяны танып белә. Бер нимәгә лә ҡарамай, белемде арттырырға тырышырға кәрәк. Кешеләр имамдарға үҙҙәрен борсоған дини һорауҙарға яуап алыу өсөн мөрәжәғәт итә һәм һеҙ уларға дөрөҫ, Ҡөрьәнгә нигеҙләнеп яуап бирергә тейеш. Һеҙ дини ғилем алыу өсөн Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенә икенсе ҡалаларҙан, ауылдарҙан килеп йөрөнөгөҙ, һеҙгә дини ғилемде Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары бирҙе. Хәҙер инде курс эштәрен уңышлы яҡлап, ҡулдарығыҙға диплом алаһығыҙ. Был һеҙҙең дини өлкәлә профессионаллекте, белдеклелекте иҫбат итә. Артабан да белемдәрҙе камиллаштырыу йүнәлешендә эште дауам итербеҙ, - тине Йософ хәҙрәт.
- Мосолман мәңге студент, беҙ һәр ваҡыт уҡырға тейеш. Мин элек мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем. Иман юлына баҫып, имам-хатиб булып хеҙмәт итеүемә 7 йыл. Был курстарҙа уҡыу ауыр түгел, ә ҡыҙыҡлы булды. Практикала бит бик күп һорауҙар килеп тыуа һәм уларға яуапты табыуы еңел түгел. Был уҡыуҙарҙа үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар таптыҡ. Курстар беҙгә ҙур ярҙам итте, хәҙер белгәндәребеҙҙе хеҙмәтебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ, - ти диплом алыусыларҙың береһе, Ергән ауылының имам-хатибы Ирек Хөснөтдинов
Шулай уҡ “Әннәби” йәмиғ мәсетендә уҙған сарала бер нисә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә “Ватанға хеҙмәт өсөн” миҙалы тапшырылды.
- Республика һәм ҡалабыҙ-ҙың телевидение, матбуғат баҫмалары менән яҡшы хеҙмәттәшлек булдырылған. Улар мәсеттә уҙған сараларҙы, изге эштәрҙе даими яҡтыртып тора, был үҙенә күрә кешеләрҙе мәрхәмәтлеккә, иманға саҡырыу булып тора, кешеләрҙә дингә ынтылыш барлыҡҡа килә, улар мәсеттәргә йөрөй башлай, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ошондай уҡ миҙалдар былтыр мәсеттең 49 метр бейеклектәге манараһына ярым айҙы мендереп ҡуйыу эшен атҡарып сыҡҡан хеҙмәткәрҙәргә тапшырылды.
Рәмил хәҙрәт Насиров 2021 йылдың изге йома көнө менән башланып китеүен билдәләп, яңы йылдың да мәрхәмәтле ғәмәлдәр менән тулы булырына ышанысын еткерҙе. Әйткәндәй, йылдың тәүге көндәрендә матур башланғыстарға нигеҙ һалынған да инде - йәмиғ мәсетенең намаҙ уҡыу залында стеналар ағартылған, манара эс яҡтан йәшел прожекторҙар менән яҡтыртылған.
Сара һуңында имамдар аят уҡыны, мәсеткә килеүселәрҙең һәр береһенә былау менән лаваш таратылды.
Читайте нас: