газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
18 Декабрь 2020, 13:41

Имандан ҡотло донъя

2020 йылда ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә, коронавирус пандемияһына бәйле барлыҡ ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, изге ғәмәлдәр йүнәлешендә бик күп эштәр башҡарылған. Был хеҙмәт Татарстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхразиевтың, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаровтың Рәхмәт хаттары, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың Рәхмәт хаты һәм миҙалы, Сүриә Ғәрәп республикаһындағы шәйех Әхмәд Кифтаро комплексынан Почет грамотаһы менән билдәләнә.

“Әннәби” йәмиғ мәсете комплексы етәксеһе, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров быйылғы йылда башҡарылған эштәр һәм һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.
- Бик матур хәҙис бар: “Ерҙә Аллаһы Тәғәлә йортон төҙөгән кешегә Хоҙай Тәғәлә ожмахта шундай уҡ йорт әҙерләй”. Ни өсөн тап төҙөгән өсөн һуң? Мәҫәлән, күп кенә төбәк етәкселәре сауҙа үҙәктәренең башына ай ҡуйып, уларҙы мәсет итеп үҙгәртеүе мөмкин, әммә улар ысынбарлыҡта ерҙәге Аллаһы йорто була алмай. Мәсеттәрҙе төҙөргә, шуға ынтылырға кәрәк, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ҡалабыҙҙа “Әннәби” йәмиғ мәсете төҙөлөшө 1992 йылдың 17 июлендә башлана һәм 19 йыл буйына дауам итә. 2002 йылдың 21 декабрендә мәсет-тә тәүге намаҙ уҙғарыла, тик комплекс алты йылдан һуң ғына, 2008 йылдың 23 авгусын-да, тантаналы рәүештә асыла.
Рәмил хәҙрәт Насиров һүҙҙәре буйынса, мәсет төҙөгәс, күптәр уға үҙенең исемен бирә, әммә был шәриғәт буйынса дөрөҫ түгел. Шуның өсөн дә мөфтөйҙөң башланғысы менән ҡала мәсетенә пәйғәмбәрҙең исемен биреү ҡарар ителә.
Салауаттағы “Әннәби” йәмиғ мәсете алып барған дини эшмәкәрлек юғары баһаларға ла лайыҡ була. Уларҙың береһе - исламды таратыу хеҙмәтенә индергән ҙур өлөш өсөн Почет грамотаһы. Награда Сүриә республикаһындағы шәйех Әхмәд Кифтаро комплексынан ебәрелгән һәм унда дини тәғлимәт буйынса рәйес, фәндәр докторы Мөхәммәт Шәриф Ассауааф ҡултамға ҡуйған. Был Маҡтау грамотаһы дини йүнәлештә яҡшы итеп башҡарылған эшкә юғары баһа булып тора.
- Дин тәғлимәте менән шөғөлләнеүселәр беҙҙең нисек дини эшмәкәрлек алып барыуыбыҙҙы, хаҡ дин юлыбыҙҙа булыуыбыҙҙы күргән. Беҙҙе дини тәғлимәт етәксеһе Мөхәммәт Шәриф Ассауааф билдәләгән, ул быға тиклем Өфөләге, Ҡазандағы билдәле мәсеттәрҙә булды, ноябрь аҙағында беҙҙең ҡалаға ла килергә һәм Рәсәй ислам университеты студенттарының квалификацияһын күтәреү тураһында дипломдар менән бүләкләүҙә ҡатнашырға, Почет грамотаһын да шәхсән үҙе тапшырырға тейеш ине. Әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, әлегә юлы төшмәй, шулай ҙа беҙҙең осрашыу булыр, тип ышанабыҙ, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт Насиров. - Беҙ пандемия ваҡытында мәсетте япманыҡ. Был бик мөһим, был республика Башлығының һәм Рәсәй Президентының беҙгә ҡарата аңлау менән ҡарауын иҫбатлай. Ауыр мәлдә кешеләр Хоҙай Тәғәләнән был хәлдән сығыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә мәсетте ябыу дөрөҫ түгел, - тип өҫтәй ул.
Читайте нас: