газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
31 Октябрь 2020, 17:21

Дин экстремизмға ҡаршы

Уҙған аҙнала ҡаланың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты тарафынан ойошторолған конференция үткәрелде. Унда ваххабизмға, экстремизмға, терроризмға ҡаршы тороуға ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының диндарҙар менән эште ойоштороу буйынса идаралыҡ начальнигы ярҙамсыһы Александр Петров, идаралыҡтың хөкөм ителеүселәр менән тәрбиәүи һәм социаль эш бүлек начальнигы Антон Овчинников, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларының холоҡ төҙәтеү колониялары начальниктары ҡатнашты. Үҙәк Диниә назараты баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров сараны асып, бындай кәңәшмәләрҙең бик мөһим булыуын билдәләне.
- Өс йыл элек ошондай уҡ йыйылыш үткәргәйнек. Унда Эске эштәр министрлығы, хәүефһеҙлек хеҙмәте, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф идаралыҡтары вәкилдәре лә ҡатнашҡайны. Әммә донъялағы әлеге хәүефле хәл беҙҙең барыбыҙға ла бергә йыйылырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа аҙ кеше ҡатнашлығында булһа ла, кәңәшмәне уҙғарырға булдыҡ. Был юҫыҡтағы эште туҡтатырға ярамай, сөнки аяҡ салыусылар, исламды емерергә тырышыусылар табылып тора. Улар - ваххабистар. Әгәр ҙә үҙ һүҙебеҙҙе әйтмәһәк, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итмәһәк, был кешеләрҙең тағы ла артыуы ихтимал, - тине Рәмил хәҙрәт.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үҙ сығышында күпселек экстремистик ойошмаларҙың эшмәкәрлеге йәштәргә йүнәлтелеүен билдәләне.
- Конференцияла күтәрелгән тема, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус мәлендә лә көнүҙәклеген юғалтмай. Иң хәүефлеһе шул, экстремистик хәрәкәттәр яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалап, тик дөрөҫ йәшәргә өйрәтеүсе, мәрхәмәтле, кешелекле булырға өндәүсе динде терроризм, ваххабизм, экстремизм менән бутарға маташа. Айырыуса нығынып та бөтмәгән йәш быуын быға нығыраҡ әүрәй. Беҙҙең бурыс - дин саф, тапланмаған булып ҡалһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү. Салауатта конфессия-ара хеҙмәттәшлектең яйға һалыныуы ҡыуаныслы. Дини конфессиялар вәкилдәре араһында ла тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Был бик мөһим, - тине Игорь Геннадьевич.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең диндарҙар менән эште ойоштороу буйынса идаралыҡ начальнигы ярҙамсыһы Александр Петров республиканың енәйәт-башҡарма системаһының терроризм идеологияһына юл ҡуймау буйынса эш тәжрибәһе тураһындағы докладын тәҡдим итте.
- Яза башҡарыу хеҙмәте дини ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Әле енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениеларында 3 мәсет һәм 16 мосолман табыныу бүлмәһе, 3 сиркәү һәм 16 православие табыныу бүлмәләре бар. Салауаттағы 2-се һәм 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияларында мәсет һәм сиркәү төҙөлөшө әүҙем бара. Ведомство ҡарамағындағы бөтә учреждениеларға ла дин әһелдәре беркетелгән. Улар рухи-әхлаҡи тәрбиә буйынса ҙур эш атҡара. Салауатта ошондай эш алып барған Рәмил хәҙрәткә һәм епископ Николайға рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың махсус контингент кешеләре араһында рухи тәрбиә буйынса эште иң юғары кимәлдә ойошторғанына бер шигем дә юҡ. Был, үҙ сиратында, ислам ҡиммәттәрен дөрөҫ аңларға һәм холоҡ төҙәтеү учреждениеларында экстремистик идеологияларҙыңтаралыуына юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә, - тине Алесандр Павлович.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы вәкилдәре колонияларҙағы хөкөм ителеүселәрҙең рухи-патриотик тәрбиә эшен ойоштороу мәсьәләләрен дә күтәрҙе.
- Оҙаҡ йылдар инде беҙҙең идаралыҡ өсөн экстремизм, терроризмға ҡаршы көрәш көнүҙәк булып ҡала. Колонияларҙа ошондай енәйәт өсөн хөкөм ителеүселәр ҙә бар. Иректән мәхрүм ителеү урындарына эләккәс тә, улар бындай насар уйҙарын бойомға ашырыу юлдарын эҙләй. Беҙ быларға ҡаршы тороу алымдарын табырға бурыслыбыҙ. Был эштә дини конфессиялар вәкилдәре төп ярҙамсыларыбыҙ булып тора, - тине идаралыҡтың хөкөм ителеүселәр менән тәрбиәүи һәм социаль эш бүлеге начальнигы Антон Овчинников.
Мөфтөй кәңәшсеһе Мохәммәт хәҙрәттең “Ваххабизм ҡайҙан килеп сыҡҡан?” сығышы фәһемле булды.
Традиция буйынса, сара һуңында бүләкләүҙәр ҙә булды. Мәләүез ҡалаһының 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы Дмитрий Крюковҡа “Иманға, халыҡҡа, Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” дипломы тапшырылды. Уның урынбаҫары Алькор Назмуханов Үҙәк Диниә назараты баш мөфтөйөнөң “Берҙәмлек” наградаһына эйә булды.
Читайте нас: