Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
4 Сентябрь 2020, 11:49

Яҡшы эштәр ҡылына

28 августа, мосолмандарҙың мөхәррәм айының унынсы көнөндә, исламда әһәмиәтле көндәрҙең береһе – Пәйғәмбәрҙәрҙе һәм сәхәбәләрҙе иҫкә алыу, йәғни Ғәшүрә көнө билдәләнде. Был байрамдың исеме «әшәрә» ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан, «ун» тигәнде аңлата.

Тап ошо көндө һауа, ер, фәрештәләр һәм беренсе кеше – Әҙәм ғәләйһис-сәләм барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә ун пәйғәмбәренә лә ун бәхет бирә.
Мосолман дини уҡыуына ярашлы, Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу элекке һәм киләсәк йылдарҙағы гонаһтарҙан арындыра, ә был көндө ауырыу кешенең хәлен белешеү Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең барлыҡ балаларының хәлен белешеүгә тиң, тип иҫәпләнә. Һыуһағанға һыу биргән кешенән гонаһтар алына, ә тулы тәһәрәт алған мосолман барлыҡ ауырыуҙарҙан һәм интегеүҙәрҙән һаҡланасаҡ. Ғәшүрә көнөндә хәйер биреү, балаларҙы һәм яҡындарҙы ҡыуандырыу, Ҡөрьән уҡыу ҡаралған.
Башҡортостанда был көндәрҙә мәсеттәрҙә вәғәздәр уҡыла, дин тотоусылар күберәк яҡшы эштәр ҡылырға тырыша.
Бына ҡалабыҙҙың «Әннә-би» йәмиғ мәсетендә лә изге эштәр ҡылынып тора. Дин йортондағы уңайлыҡтарҙы хәстәрләп ошо көндәрҙә унда бағымсылар ярҙамы менән келәмдәр алыштырылған. Затлы, йомшаҡ, сифатлы, күркәм балаҫтар ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар залдарына түшәлгән. Рәсәй мосолман-дары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙам-сыһы Рәмил хәҙрәт Насиров һүҙҙәренсә, келәмдәр Бель-гиянан алып ҡайтылған. Ошо көндәрҙә улар яңы балаҫ-тарҙы намаҙ уҡыу залдарына йәйеп тә сыҡҡан. Ҡаланың бөтә мосолмандары Аллаға табыныу йортон хәстәрләп бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенә оло рәхмәтле.
Читайте нас: