Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
21 Август 2020, 11:40

Изге айҙан иман нуры тарала

Аллаға шөкөр, мосолман календары буйынса Яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Изге Мөхәррәм айының тәүге көнөндә Һижри йыл иҫәбе буйынса Яңы йыл башлана.

Исламдың ай календары мосолмандар өсөн оло ваҡиғанан, Мөхәммәт пәйғәм-бәр саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең һәм уның сәхәбәлә-ренең Мәккәнән Мәҙинә ҡалаһына күсенгән көнөнән (б.э. 622 йылдың 16 июленә тура килә) алып башлана һәм «һижри» йыл иҫәбе тип атала.
Һижри йыл 12 айҙан һәм яҡынса 354 көндән тора. Айҙарҙың оҙонлоғо – 29 йәки 30 көн. Шул сәбәпле Мосол-ман байрамдары Миләди тәҡүимгә тап килмәй, күсеп бара. Мосолман календары буйынса, йыл 12 айҙан, йәғни 354 йәки 355 көндән тора. Исемдәре: мөхәррәм, сәфәр, рабиғел-әүүәл, рабиғел-ахыр, йомадиәл-әүүәл, йомадиәл-ахыр, рәжәб, шәғбан, рамаҙан, шәүүәл, зөлҡағиҙә һәм зөлхизә.
Мосолман календары - мосолман илдәрендә дини байрамдарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған ай календары. Ай тәҡүиме буйынса тәүлек ҡояш батҡандан башлана. 19 августан 20-нә 1442 яңы һижри йыл тыуа. Шул көнгә бағышлап беҙҙең ҡаланың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә 49 метр бейеклектәге ай алыштырылып ҡуйылды. Хәҙер инде өс көмбәҙҙе һәм 49 метрлыҡ манарала ай менән шарҙар үҙҙәренең билдәһен белдереп яҡтыртып, йыраҡтан янғандары күренеп тора. Был иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерлек бер йылдай дауам итә.
- Әлеге пандемия ваҡытына ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙағы һәм бөтә тирә-яҡтағы кешеләргә бер ҙур бүләк эшләнек, диндең кешеләр күңеленә яҡтылыҡ өләшеүе хаҡында иҫкә төшөрҙөк. Мин был эште атҡарып сығыуҙа төрлө яҡлап ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, улар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаров, ҡала хаимиәте башлығы Игорь Миронов, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов, уның ярҙамсылары Руслан Солтанов, Илфат Борғанов һәм айҙы мендереп ҡуйыусылар: Артем Фәхретдинов, Артем Котлаков, Илнур Аҡҡолов.
Читайте нас: