ороғона ярашлы, Башҡор-тостанда мәсеттәрҙә 100-ҙән ашыу кеше булырға тейеш түгел. Был талап беҙҙең ҡала мәсетендә лә үтәлде. Теләгән бар халыҡ байрам намаҙында ҡатнаша алһын өсөн мәсет биләмәһендә келәм йәйелгән, шәхси гигиена саралары булмаған кешеләргә мәсет хеҙмәткәрҙәре битлек-бирсәт-кәләр таратты, хәйер һалыу өсөн йәшниктәр ҡуйылғайны.
- Иң мөһиме - беҙ бергә ҡорбан ғәйетен үткәрәбеҙ. Был көн мосолмандар өсөн изге, бик мөһим һәм ҡәҙерле. Шуға ла беҙ “Әннәби” йәмиғ мәсетендә йыйылдыҡ. Әгәр кеше ас икән, ул ашарға тейеш, һыуһаһа - һыу эҙләй. Ә мәсеттә Аллаһы Тәғәләгә доға ҡыла, рәхмәт уҡый. Шуға ла мәсет ишектәре асыҡ булыуы һөйөнөс, - тине мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Мәсетте көн һайын бөтә яҡлап та яҡтыртырға 24 лампа ҡуйылғайны. Байрам кисәһендә беренсе тапҡыр уларҙы яҡтыртыуға шаһит булдыҡ, Аллаһ йортоноң матурлығын күрҙек.
- Бындай үҙгәрештәр ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн эшләнелә. Яҡтылыҡ тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла мәсеттә туҡтап доға ҡылырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, нур - ул изгелек, яҡтылыҡта тик яҡшы кешеләр күренә. Киләсәккә планда - мәсет бинаһына 49 метрлыҡ ай ҡуйыу, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт. - Бөгөн барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйем. Күңелегеҙҙә иман булһын. Иманлы кеше Аллаһы Тәғәләнең ҡоло, ул һәр ваҡыт изгелеккә тартыла. Тормош киләсәктә яҡшыраҡ булырына ышанам.
Байрам ҡорбан салыуҙан, мохтаж кешеләрҙе һыйлауҙан, туғандары, яҡындары, дуҫтары менән байрам ашы ашауҙан ғибәрәт. Быйыл төбәктә ҡорбан салыу өсөн санитар номаларға тап килгән урындар билдәләнгәйне.
- Салауатта ундай урын юҡ, Ишембай ҡалаһында икәү һәм Өфөлә бер-ике урын бирелгән. Быйыл Салауатта ҡорбан салдырырға 100-ҙән ашыу кеше теләк белдерҙе. Уларҙан алырған аҡсаны махсус ҡорбан салыу урындарына тапшырҙыҡ. Әлбиттә, ҡорбан салдырырға теләүселәр тураһында бөтә мәғлүмәт яҙып алынды. Йола башҡарылғанда, исем-шәрифе, атаһының исеме әйтелде, - ти мөфтөй.
Байрам уңайынан бөтә руханиҙарҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та тәбрикләне. Үҙәк диниә назараты баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров уны “Ышаныс һәм намыҫ” ордены һәм “Дингә, халыҡҡа, Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” дипломы менән бүләкләне.
- Мосолманадарҙың иң мөһим байрамы - ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Конфесиия-ара татыулыҡ - ул беҙҙең йәмғиәттең нигеҙе, донъяла тыныслыҡ һәм именлек билдәһе. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, күңел тигеҙлеге теләйем, - тине ҡала хакимиәте Игорь Геннадьевич.