Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
3 Июль 2020, 15:42

Донъя яҡтыра көн менән, әҙәм күңеле яҡтыра иман менән

Беҙҙә иман, изгелек, сабырлыҡ, диндәштәреңә, милләттәштәреңә, башҡа дин һәм милләт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт быуындан-быуынға тапшырыла килә. Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәт, татыулыҡҡа ынтылыу - уртаҡ ерҙә ярҙамлашып йәшәргә өйрәнгән кешеләрҙең күңел талабы ул. Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетенең Салауат ҡалаһының ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа дини ойошмалары менән дә берҙәмлектә эш итеүе ошоға асыҡ миҫал.

Яңыраҡ ҡалабыҙ мәсете вәкилдәре күрше Мәләүез районынан сәфәр ҡылды.
- 25 июндә Мәләүез районының Ҡотош ауылында дини ойошма менән осрашыу үтте. Тәлғәт хәҙрәткә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының байрағы тапшырылды. Мәсетте төҙөргә һәм уның бөгөнгө эшмәкәрлегенә ярҙам итеүселәргә Почет һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды, - тип һөйләй Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ҡотошта күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам да күрһәтелә.
Ғилем - Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡиммәтле бүләк, оло ниғмәт. Уны һис нимә менән тиңләштереп булмай. 27 июндә күрше райондың Иштуған ауылында уҡытыусы Фрузия Туҡтамышева етәкселегендә өс йыллыҡ дини ғилем алған шәкерттәр имтихан тапшыра. Уларға белем алыуҙары хаҡында таныҡлыҡтар, дингә һәм мәсеткә тоғро хеҙмәт итеүҙәре өсөн Рәхмәт хаттары бирелә. Иштуған исемен йөрөткән мәсеткә шулай уҡ байраҡ, Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Марат хәҙрәт Ишбаевҡа "Иман һәм выждан" тигән орден, Фәрзәнә Сәлиховаға мәсеткә күп йылдар ярҙамы өсөн миҙал тапшырыла.
Читайте нас: