газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
22 Май 2020, 12:01

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

24 майҙа Ер шарының бөтә мосолмандары мөбәрәк Ураҙа байрамын билдәләй. Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың мөһим байрамдарының береһе. Халыҡ Рамаҙан айы дауамында динебеҙҙең төп терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, игелектәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау яуҙырып уҙғарған изге айҙы ололап оҙата, байрам итә.

Рамаҙан - иң изге ай, сөнки был айҙа Ҡөрьән китабы иңдерелгән, шулай уҡ рухи таҙалыҡ, изгелек ҡылыу айы ул. Беҙҙең ҡала мосолмандары ла изге Рамаҙан айында яҡты уй-теләктәр менән янып, изге эштәр генә ҡылып, изге байрамды яҡты уйҙар, яҡшы эштәр менән ҡаршы алалыр. Ғәҙәттә, был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләй, ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фитыр саҙаҡаһы бирә. Эйе, быйыл диндарҙарҙың мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыуы, йома намаҙҙарын уҙғарыуы сикләнгән. Пандемияға бәйле тормош тәртибе өйҙә ҡалырға ҡуша. 18 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы кешеләрҙе мәсеткә күпләп йыймай ойоштороласағын әйтте. Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән. «Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йә-мәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрелеүе мөмкин», - тине Радий Хәбиров.
Иң мөһиме изге байрамды яҡты уйҙар, яҡшы эштәр менән ҡаршы алайыҡ. Туғандар, яҡындар, бөтә халыҡ имен, татыу, бәхетле булһын.
Рәмил хәҙрәт Насиров ҡалала Ураҙа байрамын үткәреүгә ҡағылышлы аңлатмалар ҙа бирҙе:
- Ҡала халҡы 30 йыл дауамында ҡала мәсете уҙғарған ураҙа байрамдарының нисек үткәрелеүен яҡшы белә, уға өйрәнгән. Бөгөн коронавирустың таралыуы сәбәпле байрам уҙғарыу тәртибенә, ҡағиҙәләренә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә тура килде. РФ Президенты, Башҡортостан Башлығы һәм үҙебеҙҙең ҡала етәксеһенең һүҙҙәренә иғтибарлы булып, шундай ҡарарға килдек: ураҙа ғәйете «Әннәби» йәмиғ мәсетенең 10 имамы ҡатнашлығында ғына үтәсәк. Ғәҙәттә, байрам ваҡытында мәсетебеҙгә 10 меңгә яҡын кеше килә торғайны. Ә хәҙер ҡала халҡын ураҙа байрамы ғәйетенә йыйылыуҙан тыйылып тороуҙарын һорар инек. Сөнки ҡала, республика һәм илебеҙ өсөн иң мөһиме - кешеләрҙең һаулығы. Пәйғәмбәребеҙ «Бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ», тигән. Шулай булғас, беҙгә лә бөгөнгө шарттарға яраҡлашырға тура килә. Мәсеттең үҙендә ғәйет намаҙы уҙғарыласаҡ, имамдар аяттар уҡыясаҡ, ай дауамында уҡылып сыҡҡан Ҡөрьәнде ҡала халҡына арнаясаҡбыҙ. Ә был сирҙе еңеп сыҡҡандан һуң, үҙебеҙҙең ни тиклем сабырлыҡ күрһәтә алыуыбыҙға, иҫән-һау булыуыбыҙға шатланып, иман йортонда осрашырбыҙ әле. Ғәйет намаҙын онлайн форматта уҙғарған осраҡта мәсеттә алып барылған тәртип өйҙәге кешегә һуңыраҡ барып етә һәм был дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Шулай уҡ ғәйет намаҙы күп кешеләр менән бергә уҡыла, ә өйҙә бер үҙең уҡыу ул ғәйет намаҙы тип иҫәпләнмәй. Шуға күрә был хәлдән дә сығыу юлы бар, өйҙәге кеше ике рәҡәғәт нәфел намаҙын уҡып ҡуя ала.
Мосолман динендә фитыр саҙаҡаһы тигән төшөнсә бар. Уны дин ҡәрҙәштәребеҙ мохтаждарға бирергә тейеш, уның күләме быйыл 100 һум тип билдәләнгән. Фитыр саҙаҡаһын ураҙа айы башланғандан алып тамамланғансы, ураҙа ғәйете намаҙына тиклем бирергә кәрәк. Унан һуң бирелгән ярҙам саҙаҡа булып иҫәпләнәсәк, сауабы бар. Мәсеттә лә, ә дөрөҫөрәге уның тышҡы биләмәһендә, барлыҡ санитар нормаларҙы үтәп, фитыр саҙаҡаһы һалыу урындары булдырыласаҡ. Шуны ла әйтеп үтер инем, әгәр кешеләр фитырҙы мәсеткә килеп һалырға теләһәләр, күмәкләшеп килмәһендәр, бөтә ғаилә, туғандары өсөн бер кеше лә килеп һала ала һәм, әлбиттә, улар битлектә һәм бирсәткәләрҙә булырға тейеш. Уларҙың һәр ҡайһыһының тән температураһы үлсәнәсәк, сирләп тороусыларҙың өйҙә ҡалыуы яҡшыраҡ.
Нисек кенә булмаһын, мосолмандар өсөн был көн шатлыҡлы байрам булырға тейеш. Сөнки бик күптәр рамаҙан айында изге эштәр ҡыла, кемдер ураҙа тота, кемдер Ҡөрьән уҡый, кемдер ифтар мәжлесе уҙғара, кемдер кешеләргә ярҙам иткәндер, ғөмүмән, изге ғәмәлдәрҙең тормошҡа ашырылыуы шатлыҡ менән сағылыш табырға тейеш.
Читайте нас: