Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
22 Май 2020, 11:59

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ!

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров:- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһу.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров:
- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһу.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ!
Мин ҡалабыҙҙың барлыҡ мосолмандарын ошо оло байрам менән ҡотлап, Аллаһы Тәғәләнән һәр ғаиләлә именлек, һаулыҡ булыуын һорайым. Шулай уҡ йәш быуындың ошо көндәргә ислам динен алып килеп еткергән үҙҙәренең ата-бабалары кеүек иманлы, тәүфиҡлы булыуҙарын теләйем. Хоҙайыбыҙ беҙгә сабырлыҡтар биреп, хәҙерге заманда татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәһәк ине. Салауат ҡалаһына исем итеп бирелгән “Салауат” һүҙе Аллаһы Раббыбыҙға зиҡер әйтеүҙе аңлата. Шуға күрә уның халҡы ла изгелекле, аҡыллы. Аллаһы Тәғәләнең миһынбарлығын тойоп, оҙаҡламай барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, шатлыҡлы шарттарҙа осрашырға яҙыр, тип уйлайым. Раббыбыҙ барыһын да һаҡлаһын, имен тормош насип итһен.
Ураҙа байрамыбыҙ мөбәрәк булһын. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәрхәмәтлек күрһәтһен, Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһу тип осрашырға яҙһын!
Читайте нас: