- Мин православие динендәге кешемен һәм диндең йәмғиәттәге роленә ихтирам менән ҡарайым. Беҙҙең республикала йөҙәр йылдар буйына төрлө конфессия вәкилдәре татыулыҡта һәм бер-береһенә хөрмәттә йәшәй. Салауат та был йәһәттән хеҙмәттәшлектең өлгөһө булып тора. Ҡаланың дини лидерҙары Рәмил хәҙрәт һәм Владыка Николай менән яҡшы итеп аралаштыҡ, - тип белдерҙе Игорь Геннадьевич.
Мосолман һәм православие дине вәкилдәренең һәр береһе ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусыға мәсет һәм сиркәү буйлап экскурсия уҙғарҙы, унда алып барылған эш менән ентекләп таныштырҙы. Шулай уҡ улар үҙ аллы изоляция осоронда дини ғибәҙәттәрҙең нисек үтеүен, инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн профилактика саралары атҡарылыуын һөйләй.