- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсән-дәре, яуҙа ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып Тыуған иле өсөн көрәшкән, тыуған ерендә фронт өсөн йәнен аямай тир түккән кешеләр беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Һеҙ азатлыҡ бүләк итмәһәгеҙ, бәлки, беҙ ошолай осраша ла, ошондай мәсеттәр төҙөй ҙә алмаҫ инек. Бөгөн беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа тағы ла бер тапҡыр ихтирамыбыҙҙы белдерер, һеҙҙең түҙемлегегеҙ, сабыр-лығығыҙ алдында баш эйер өсөн йыйылдыҡ. Мин һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы һәм балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең дини белемгә эйә булып, һеҙҙең кеүек үк лайыҡлы Тыуған ил һаҡсылары булыуын теләйем, - тип телмәр тотто Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Ул «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте етәксе-ләре Дамир Шәүәлиев, Айрат Кәримов, Рөстәм Солтанов, Воскан Мирзоев һәм башҡаларға төрлө мәсьәлә-ләрҙе хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был етәкселәрҙең мәсет - ул изге дини йорт булыуын аңлап эш итеүҙәре тик һоҡланыу уята, салауаттар ҡалала ошондай иман йортоноң булыуы, уның дин юлында башҡарған хеҙмәте менән ғорурлана ала, тине Рәмил хәҙрәт. Ул мәсеттең йәшәйешенә ярҙам итеүсе мәрхәмәтле кешеләрҙең осрап тороуын миҫалға килтерҙе. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ауырлыҡтар килеп тыуғанда, 100 мең һум аҡса биреүселәр ҙә табылған.
Рәмил хәҙрәт Насиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты исеменән «Һөнәргә тоғролоҡ» миҙалдары менән Миҙхәт Рәхимҡоловты, Гүзәл Хөснуллинаны, «Ватанға хеҙмәт өсөн» миҙалы менән отец Николайҙы, ҡала Советы депутаты Сергей Даниловты бүләкләне.
- Комбинат ветерандары исеменән Рәмил хәҙрәткә һәм ошо Аллаһ йортонда хеҙмәт итеүселәргә күркәм сара ойоштороп, беҙгә хөрмәт күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тине «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең ветерандар советы рәйесе Миҙхәт Рәхимҡолов. - Дин йорттарына килеп беҙ тормошобоҙҙоң асылына төшөнәбеҙ, дөрөҫ юлға аяҡ баҫабыҙ. Бөгөн ошо сарала ҡатнашҡан 30 кеше өйҙәренә ҡайтып һөйләү менән уларҙың яҡындарында ла изге ғәмәлдәргә ынтылыш тыуыр, тип ышанам. Диндең кеше тормошонда тотҡан роле баһалап бөткөһөҙ.
Ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы Рәмил хәҙрәткә шулай уҡ һәр ваҡыт һуғыш, хеҙмәт һәм хәрби көстәр ветерандарын саҡырып ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
Рәмил хәҙрәт Насиров берҙәмлек, иман тураһында өгөт-нәсихәттәр һөйләне, һәр килеп тыуған хәлдә берҙәм булырға саҡырҙы. Шулай уҡ ветерандарға аҡсалата бүләктәр, махсус тәғәйенлә-нештә эшләгән, лицензиялы кабинетта хижам, һөлөк һалдырыу кеүек процедуралар үтеү өсөн ташламалы талондар тапшырылды. «Медсервис» медицина үҙәге нигеҙендә эшләп килгән «МУСТАФША»ның эше ме-нән табип Рәйсә Усманова таныштырҙы. «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһының гүзәл заттары шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Сараларға саҡырылыусылар «Әннәби» йәмиғ мәсете кафеһында хәләл ризыҡ менән һыйланды.
Был көндө мәсеттә Сала-уат медицина, индустриаль колледждары, Рәсәй мосол-мандарының Үҙәк Диниә наза-раты һәм Рус Православие сиркәүенең Салауат епархия-һы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рәмил хәҙрәт Насиров әйтеүенсә, бындай килешеү башҡа белем биреү йорттары менән дә төҙөлгән һәм ул дин ойошмалары менән уҡыу йорттарының йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге, белем би-реүҙәге хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота.
- Бөгөн Салауат һәм Күмертау епископы Николай һәм Рәсәй юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт менән үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был берҙәмлектә-ге хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә беҙҙең студенттар дин йүнәлешендәге төрлө акцияларҙа ҡатнашасаҡ, дин вәкилдәре йәштәр менән дин тарихы хаҡында һөйләшеү, аңлатыу эше алып барасаҡ. Артабанғы эште бергә көйләйәсәкбеҙ, - ти медицина колледжы директоры Оксана Сливочкина.