газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
7 Февраль 2020, 11:20

Күндәмлек һәм күркәмлектең сағылышы

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме - хижаб менән таныштырыу сараһы уҙҙы.

Хижаб - Аллаһы Тәғәләгә буйһоноусанлыҡ, күндәмлек кейеме. Ул ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө менән ҡул суғынан башҡа бөтә тәнен ҡапларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта хижабтың үтә күренмәле түгел, ә тығыҙ туҡыманан булыуы һәм ҡатын-ҡыҙҙың фигураһын белендермәүе мөһим. Хижаблы ҡатын-ҡыҙ үҙенсәлекле кейем кейеп кенә ҡалмай, ул Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәп, сауап ала. Элек-электән башҡа дингә (православие, иудаизм) ышаныусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хижаб кейгән. Йәмғиәт өсөн дә был кейем изге ниәттәр генә тарата, сөнки ул әхлаҡты, ҡатын-ҡыҙҙың инсафлығын, тыйнаҡлығын сағылдыра.
“Әннәби” йәмиғ мәсетендә уҙған сара өс өлөштән торҙо. Тәүгеһендә хижабтың төрлө төрҙәре күрһәтелде: байрамсалары (башлыса никах өсөн), көндәлек һәм һөнәри. Никах - ҡыҙҙың тормошонда иң тантаналы ваҡиғаларҙың береһе. Был көндө ул айырыуса күркәм, матур һәм сибәр булып күренгеһе килә. “Мәликә” салонының алсаҡ ҡыҙҙары никах өсөн тәғәйенләнгән хижабтарҙың төрлө моделдәрен күрһәтте.
Мосолман ҡатын-ҡыҙҙа-рының кейемдәре уларға шәриғәт ҡанундарын һаҡлап та, төрлө өлкәлә актив булып ҡалырға мөмкинлек бирә. Дин юлына баҫҡан гүзәл заттар төрлө һөнәр вәкилдәре, араларында врачтар ҙа, инженерҙар ҙа, нефтехимиктар ҙа, уҡытыусылар ҙа бар. Улар үҙҙәре кейеп йөрөгән хижаб-тарҙың уңайлы булыуын һәм оҡшатып кейеүҙәрен һөйләне.
Сараның икенсе өлөшөн-дә викторина уҙғарылды. Ҡунаҡтар һәм шәкерттәр ундағы һорауҙарға Ҡөрьән аяттарына һәм хәҙистәренә таянып тулы итеп яуап бирҙе. Шулай уҡ башҡа дин ҡатын-ҡыҙ вәкилдәренең дә XX быуатҡа тиклем, XX быуат башында хижаб кейеүҙәре хаҡында фото-слайдтар күрһәтелде.
Һуңынан сарала ҡатна-шыусылар сәй өҫтәле артында ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла һөйләшеү алып барҙы. Унда мәрхәмәтлек, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас айырым бер йылылыҡ мөхите тантана итте.
- Беҙ был сараны ойоштороуға ярҙам иткән “Мәликә” салонына, мосолман кейемдәре бутигына, үҙҙә-ренең һөнәри хижабтарын күрһәтеүсе төрлө һөнәр вәкилдәренә, беҙҙең шәкерт-тәргә, ҡунаҡтарға рәхмәт белдереәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә изге эштәрегеҙ өсөн ике донъяның рәхәттәрен бирһен, - тиҙәр “Әннәби” йәмиғ мәсетендә.
Читайте нас: