Йома намаҙының фарызлығы хаҡында күп кенә хәҙис шәрифтәр бар. Бында уларҙың ҡайһы берҙәрен генә китерәбеҙ:
“Йома намаҙын йәмәғәттә ҡылыу һәр мосолман өсөн фарыз. Ҡол, ҡатын, бала һәм ауырыуҙарға иһә ул фарыз түгел”. (Абу Дауд, Байхаҡи, Хәким әт-Таж том 1:274)
“Һис ниндәй сәбәпһеҙ Йома намаҙын ҡалдырыусы кешләрҙең исемдәре яҙыуҙары һис ҡасан юғалмаған китапта монафиҡ булараҡ яҙылыр” . (Шәфиғи, әт-Таж 11:274)
“Әгәр ҙә сәбәпһеҙ Йома намаҙҙарын ҡалдырыуҙы туҡтатмаһағыҙ, Аллаһ ҡәлебтәрегеҙгә шундай бер мөһөр һуғыр, мәңгелеккә ғафил ҡалырһыҙ”. (Мөслим, Рияд ас-Салихин тәрж. том 2:441)
“Эй, кешеләр, белегеҙ, был көндән алып, ҡиәмәткә тиклем, Йома көнө намаҙы һеҙгә фарыз ителә. Имамдарығыҙ насар Йә яҡшы булһын, Йоманы әһәмиәтһеҙ күреп, уны ҡалдырыусыларҙың эше яҡшылыҡ менән бөтмәйәсәген белеп тороғоҙ”. (М.А. Кексаль, Мөхәммәд һәм Исламиәт том 1:21)
“Йома намаҙында имам булараҡ башҡаны билгеләп, үҙемдең лә, валлаһи, Йомаға килмәгәндәрҙең өйҙәренә ут төртеп сыҡҡым килә”. (Муслим, Дүрт Мәзхәбтең Фикх Китабы том 1:334
Юғарыла иҫкә алнған аят кәримәләр һәм хәҙис шәрифтәр Йома намаҙының фарызлылығына дәлил булып торалар.