- Беҙ һәр ваҡытта республикалағы конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлекте һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен студенттарға аңлатыу һәм күңеленә һеңдереү мөһим тип иҫәпләйбеҙ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаусылар беҙҙең ил үҫешенең йүнәлештәрен бил-дәләйәсәк һәм был килешеү сиктәрендә алып барылған эш уларға ғәҙел ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алған филиал директоры Алексей Ковальский.
2018 йылда Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультетында яңы «Теология» йүнәлеше асыла. Унда донъяуи һәм дини дәрестәр, шулай уҡ мәктәптәрҙә динде уҡытыу педагогикаһын һәм методикаһын, православие һәм ислам диалогын, миссионерлыҡ аралашыу методикаһын өйрәнәләр. Студенттарға белем профессионал уҡытыусылар мультимедия ҡоролмалары менән йыһазландырылған аудиторрияларҙа бирелә. Яңыраҡ теология кафедраһы составына Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров та индерелгән.
- Бөгөнгө көн вуздың ғына түгел, шулай уҡ республиканың да тарихына инеп ҡалыр. Сөнки ошондай өс яҡлы килешеүҙең Башҡортостанда булғаны юҡ әле. Башланғыс һәм күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт. Беҙҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле булыр, тип ышанам, - тигән Рәмил хәҙрәт Насиров.
Салауат һәм Күмертау епископы Николай үҙенең телмәрендә республикалағы конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға иғтибарҙы йүнәлткән:
- Беҙҙең, дин вәкилдәренең һәм педагогтарҙың, маҡса-ыбыҙ бер - рухи-әхлаҡи быуын тәрбиәләү. Беҙ БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән был һорауҙа күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өс яҡлы килешеү беҙҙең дөйөм эшебеҙҙе тағы ла актуаллерәк һәм емешлерәк итер.