Унда иң тәүҙә семинар ҡунаҡтарының сәләмдәре еткерелгән: БР Башлығы ҡара-мағындағы дәүләт-конфес-сия-ара мөнәсәбәттәр буйынса кәңәшсеһе Р.Ҡарамышева, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Дини хәүефһеҙлек һәм дини белем биреү институты директоры Р.Юлбаев изге башланғыстарҙы, башҡа тө-бәктәр менән бәйләнештәрҙе хуплаясаҡтарын вәғәләгән һәм эштә уңыштар теләгән.
Артабан семинарҙы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университеты уҡытыусыһы Л.Ғәлиәскәрова дауам иткән. Ул мосолман дини ойошмалары нигеҙендә тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнгән “Ислам нигеҙҙәре. 1-се баҫҡыс” тигән дингә һәм дини тәрбиәгә өйрәтеү буйынса йәкшәмбе курстарының өҫтәмә белем биреү программаһын тәҡдим иткән. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусы башҡаларҙың да, шул иҫәптә Салауат ҡалаһы “Әннәби” йәмиғ мәсетенең кескәйҙәр төркөмө уҡытыусыһы Гөлназ Хәмиҙул-линаның “Кескәй төркөмдә йәкшәмбе курстары педагог-тарының эш тәжрибәһенән” тигән доклады тыңланылған.
Семинар тыныс һәм эстәлекле мөхиттә үтә, ул үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Сарала ҡатнашыу-сыларҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алына. Йәкшәмбе курста-рын өйрәнеү программаһына төҙөтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә ислам, Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә мосолмандарҙың роле, ислам традицияларында Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, мосолмандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары кеүек лекциялар. Курстарҙы бөткәндән һуң Рәсәй мосол-мандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университе-тында, йә иһә Татарстандағы Болғар ислам академияһында уҡыуҙы дауам итеү мөмкинлеге бар. Ә кемдәр, кисерерлек сәбәптәр арҡаһында йәшәү урынынан ситкә сығып китә алмай икән, уларға урындарға йомғаҡлау имтихандарын тапшырыу өсөн Рәсәй ислам университеты уҡытыусыла-ры саҡырыласаҡ. Ыңғай аттестациянан һуң шәкерттәр уларға мосолмандар араһында өгөт-нәсихәт эшмәкәрлеген алып барыуға һәм уҡытыуға хоҡуҡ биреүсе танытма йәки диплом ала ала.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаровтың ярҙамсылары Иман һәм Ватан мәнфәғәтенә күп йылдар һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе, йәмғиәттең рухи-әхлаҡи яңырыуына ҙур өлөш индергәне, Рәсәйҙәге халыҡтарҙың һәм традицион конфессиялар юлынан барыу-сылар араһында тыныс-лыҡты, берҙәмлекте һәм изге хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының Баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил Насировҡа Рәхмәт хаты тапшыра.