Салауат ҡалаһында “Медсервис” йәмғиәтенең врач-отоларингологы Рәйсә Усманова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хиджама процедураларын башҡара. Беҙ Рәйсә Рәмис ҡыҙының һөлөк һалыу менән шөғөлләнеүе хаҡында бер-ике йыл элек гәзит биттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бөгөн һүҙебеҙ уның, махсус лицензиялы, йәғни белеме һәм рөхсәте булған белгес булараҡ, кешеләрҙе хиджама менән дауалауы хаҡында булыр.
- Мәсеттә белем алып йөрөгәндә хиджама - ул Мөхәммәт саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм сөннәте булып тороуын аңланым, - тип һөйләй Рәйсә ханым. - Был кеше тәнендәге ваҡ ҡына капиллярҙарҙан ойошҡан ҡанды сығарыу тигәнде аңлата. Кешелек был дауаланыу ысулын борондан ҡулланған. Пәйғәмбәребеҙ медицинаһында ла хиджама рөхсәт ителә.
Әлеге ваҡытта ысынлап та хиджама кешеләрҙең сәләмәтлегенә бәйле хәлен яҡштыртыу йәһәтенән киң ҡулланыла башланы. Әммә был дауалау ысулы менән тейешле шарттары булмаған биналарҙа, хатта медицина белеменә эйә түгел кешеләр шөғөлләнә. Ҡанға бәйле процедураларҙың бер ниндәй санитар нормалары үтәлмәй башҡарылыуы, әлбиттә, хәүефле. Кешенең үҙенең сирле түгелме икәне лә, ул тотонған әйберҙәрҙең стериль булыуы-булмауы ла билдәле түгел. Шулай уҡ хиджама ярамаған кешеләр ҙә бар, мәҫәлән, гемофилия, йәғни ҡан ойошоуына бәйле проблемалар булғанда. Ә инде махсус белемле белгестәр анализдарҙың һөҙөмтәләрен һәм кешенең башҡа төрлө хәл торошо хаҡында белешә.
Ике йыл элек Салауатта “Әннәби” йәмиғ мәсете башланғысы һәм Башҡортостандың барлыҡ көньяҡ райондарының дини ойошмалары вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, медицина учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығы менән үткән кәңәшмәлә ошо мәсьәлә күтәрелде. Унда БДМУ профессоры хиджама, уның һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында сығыш яһағайны. Кәңәшмәлә был процедура квалификациялы медицина белгестәре тарафынан, тейешле шарттарҙа башҡарылһын, тигән бурыс ҡуйылды.
- Беҙҙең процедура кабинеты ошо маҡсаттан, талаптарҙан сығып асылды. Кабинеттың үҙенән алып, бөтә ҡорамалдар, шул уҡ банкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр стерилләнгән. Кеше тәненән алынған ҡанды ла хатта беҙ нисек етте шулай түгел, ә махсус ойошма аша сығарып үтилләштерәбеҙ. Ҡайһы бер экстремаль ваҡыттарҙа кешегә ярҙам күрһәтер өсөн хиждама ҡуйыусының медицина белемле булыуы яҡшы. Ғөмүмән, был процедуралар ҙур яуаплылыҡ талап итә, - ти Рәйсә Усманова.
Рәйсә Рәмис ҡыҙы белеме буйынса табип-отоларинголог. Уға, медицина белгесе булараҡ, хиджама эшләүгә өйрәнеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Хәҙер инде уның был процедураларҙы алып барыу өсөн дә рөхсәте, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2019 йылдың 24 октябрендә бирелгән ЛО-02-01-007411 номерлы лицензияһы бар. Шул уҡ ваҡытта дауалауҙы башҡарыу өсөн бөтә шарттар булдырылыуы уларҙың өҫтөнлөгө булып тора.
- Хиджама ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итә? - тигән һорауыма ул:
- Был дауалау ысулы гипертония, шәкәр диабеты, эндокрин система, түлһеҙлек һәм башҡа сирҙәрҙән ярҙам итә. ЭКО менән алты тапҡыр балаға уҙа алмаған ҡатын ике тапҡыр хиджама эшләткәндән һуң, тағы ла ЭКО-ға барғас, ауырға ҡалды. Кеше дауаланған мәлдә лә хиджама, һөлөк һалыу, йәғни ҡанды таҙартыу дарыуҙарҙың йоғонтоһон яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.
Көнсығыш илдәрендә хиджама айырыуса киң ҡулланыла. Башың ауырта икән, хиджама эшләт, аяғың ауыртһа ла ошо ысулға мөрәжәғәт итәләр.
- Әгәр миңә килеп, хиджама эшләткәндән һуң кешеләр үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя башлай икән, был артабан да ошо эшемде башҡарыуға дәртләндерә. Мәҫәлән, бер ҡатын, хиджаманы профилактика өсөн генә эшләткәйне, һуңынан гел генә башымда булған шау-шыу юҡҡа сыҡты, тип шатланып шылтыратты. Тағы ла тубығы ауыртыуы арҡаһында сатанлап йөрөгән ҡатын, хиджаманан һуң ауыртыуының баҫылыуы, баҡсала ла эшләй алыуы тураһында һөйләне. Мин шул саҡта кәрәкле эш башҡарам икән, тип ҡыуанып ҡуям.
- Һеҙ һөлөк һалыу менән дә шөғөлләнәһегеҙме?
- Эйе, тик унда сирлеләргә тыйыуҙар, дауалауҙың ярамағанын күрһәтеүсе билдәләр күберәк. Шулай уҡ һөлөккә кешеләрҙең ҡарашы төрлөсә, кемдер ҡурҡа, кемгәлер тере йәнлекте ҡабул итеүе ауыр. Ә хиджама бер ауыртыныуһыҙ башҡарыла.
Әйткәндәй, Рәйсә Рәмис ҡыҙын эш урынында фотоға төшөрөргә барғанда, Алиса тигән ҡыҙыҡай организмын таҙартыу профилактикаһы яһатыу өсөн кигәйне. Процедура башҡарылғанда, ысынлап та, үҙенең бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙмәүен белдерҙе.
Рәйсә Усманова билдәләүенсә, хиджама яһатыу һәр кеше өсөн шәхсән, әлбиттә, шулай ҙа профилактика өсөн ярты йылға бер булһа ла хиджама эшләтеү яҡшы. Һәр сир өсөн банканы ҡуйыуҙың үҙ нөктәһе бар. Мәҫәлән, бауырға нисә процедура кәрәклеге ул кешенең организмы ни тиклем шлаклы булыуына, уның ни тиклем дөрөҫ туҡланмауына бәйле. Шулай уҡ был кабинетта битте йәшәртеү өсөн дә хиджама ҡуллана башлағандар. Һәр процедуранан һуң организмда ниндәй реакция булыуы хаҡында пациент мотлаҡ иҫкәртелә.
Процедураның хаҡына килгәндә, улар башлыса сығымдарҙы ҡаплау хаҡына ғына торош.
Рәйсә Рәмис ҡыҙы белдереүенсә, улар эшләгән хиджаманың әһәмиәте тағы ла шунда: был процедураны башҡарыусыларҙың ислам дине буйынса белеме бар.
- Шуны ла әйтеп үтер инем, врачтарға, ниндәйҙер дауалауға мөрәжәғәт итер алдынан уның файҙаһына, ярҙам итеренә ышанып, инанып барырға кәрәк. Шул саҡта уның һөҙөмтәһе лә булыр, - ти Рәйсә Усманова.