- Был конференция 12 йыл рәттән уҙғарылып килә, - тип һөйләй ҡалабыҙҙың төп мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт. - Унда бик күп көнсығыш илдәренән мөфтөйҙәр, шәйехтәр килә. Был осрашыуҙа ғәҙәттә ислам динен нисек уҡытыу мәсьәләре ҡарала, улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә. Быйылғыһы нимәһе менән үҙенсәлекле, бөтә делегаттар ҙа, шул иҫәптә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа сит ил вәкилдәре лә, Үҙәк Диниә назараты тәҡдим иткән белем биреү буйынса Евразия советын булдырыуҙы бер тауыштан хуплап сыҡты. Был бөтә илдәрҙә ислам динен бер үҙәк булдырған белем биреү нигеҙендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота.
Шулай уҡ Рәмил Хәҙрәт һүҙҙәренсә, уларға был конференцияла Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйкүм саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләмдең бүләһе, Болғар ислам академияһы һәм Иорда-ниялағы Халыҡ-ара ислам университеты профессоры Абдурразаҡ Абдуррахман Ассад менән фотоға төшөү ҙур бүләк була.
- Беҙ мәсетебеҙҙе пәй-ғәмбәребеҙ исеме менән атаныҡ. Бәлки шуғалыр Аллаһы Рабыбыҙ беҙгә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне менән аралашыу һәм фотоға төшөү мөмкинлеге биргәндер. Беҙ уның менән беренсегә осрашмайбыҙ. Уны үҙебеҙҙең Салауатҡа ла саҡырғайныҡ һәм уның теләге бар ине. Әммә былтыр уның ҡатыны вафат булып китте. Шул арҡала беҙҙең ҡалаға сәфәре әлегә кисектерелеп тора. Иншалла, ул беҙҙең ҡалаға килер, тип ышанабыҙ, - ти “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.