газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Август 2019, 15:05

Эх, күлдәге! Көнләшмәҫлек тә түгел шул

Хәҙер йәштәр иҫтәлекле байрамдарына - никах, туй мәжлестәренә ныҡлы әҙерләнә. Айырыуса, кәләшкә кейемдең зауыҡлыһын һайлайҙар, макияжды ла белгестәрҙән яһаталар. Бәлки, шулай дөрөҫтөр ҙә, сөнки был ғүмерҙә бер генә була торған тантана бит. Ул матур хәтирә булып һаҡланырға тейеш. Бөгөнгө һүҙем туй күлдәге тураһында түгел, ә никах кейеменә ҡағыла.

Үҙебеҙҙең никахты иҫкә төшөрәм. Ул саҡта бөгөнгө ише махсус кейемдәр хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Оҡшаған күлдәкте баҙарҙан һатып алдым да кейҙем. Яулыҡтың да ғәҙәтиһен ябындым. Ә хәҙерге йәштәрҙе күрегеҙ: өҫтәрендә - ислам ҡанундарына яраҡлашытырылып тегелгән никах күлдәге, баштарында оҫта, матур итеп бәйләнелгән махсус яулыҡ. Йырҙа йырланғанса, көнләшеп тә үлерлек бит, әй! Ҡайҙан алалар бындай матурлыҡты ҡыҙҙар, нисек дөрөҫ кейенергә - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу теләге мине ҡалалағы «Мәликә» мосолман кейеме магазинына алып килде.

Унда эленеп торған күлдәктәрҙең ниндәйе генә юҡ, биҙәүестәрҙең йәнең теләгәне бар, яулыҡтарҙың төрлөлөгө ғәжәп итә. Уның директоры Аделина Әхмәтйәнова менән әңгәмәләшергә ашығам.

- Аделина Ринат ҡыҙы, ни өсөн тап мосолман магазины асырға булдығыҙ?

- Аллаһы Тәғәлә бөтә нәмәне лә парлап яралтҡан, ир менән ҡатынға ишле йәшәү бәхетен бүләк иткән. Никах Хоҙай ҡушкан эш. Шуға ул күрә бөтә ҡанундарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың башы ла, кәүҙәһе лә, битенән һәм ҡул суҡтарын тыш, ябыҡ булыу ҡаралған. Мосолмандарҙың матур, заманса кейемдәре булһын ине, тигән теләк ошо магазинды асырға этәрҙе. Тора-бара никах кейемдәренә күстем. Өҫтәүенә, ҡалала ундай кибет юҡ ине. Ни өсөн йәштәр кейем артынан күрше ҡалаларға сабырға тейеш, ти? Хәҙер бына үҙебеҙҙә лә бынамын тигән итеп кейенә алалар, исмаһам. Улай ғына түгел, хатта күрше ҡалаларҙан да килеүселәр байтаҡ.

- Бәләкәйҙән кем булырға хыялана инегеҙ һуң?

- Тегенергә яраттым. Ҡурсаҡтарыма ниндәй генә күлдәктәр кейҙермәй инем. Бер уйлаһаң, бала сағымдағы хыялым тормошҡа ашты тиһәң дә була. Тик хәҙер ҡурсаҡ урынына - күҙҙең яуын алырлыҡ кәләштәр.

- Һеҙҙең эш кәләшкә кейем тәҡдим итеүҙән һәм уны һатыуҙан ғына ғибәрәтме? Әллә башҡа төр хеҙмәттәр ҙә күрһәтәһегеҙме?

- Әлбиттә, яуаплы сара алдында торған йәш ҡыҙ ҡаушап та, юғалып та ҡалырға мөмкин. Ниндәй төҫ килешер икән, ҡайһы туҡыманан тегелгәнен һайларға - ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар борсой кәләштәрҙе. Шуға иң тәүҙә ҡыҙҙар менән аралашам, кәңәштәр бирәм. Ҡайһы берҙәре кейем артынан килә, әммә уның матурлығын күрмәй. Миңә оҙон күлдәк килешмәй, был яулыҡта матур күренмәйәсәкмен, тип көйәләнә. Әммә яйлап уларға оҙон күлдәктә лә кәүҙә һылыулығын күрһәтеп булы-уын аңлатам. Кейендереп-яһандырып ҡуйғас, үҙҙәренән-үҙҙәре һоҡланып туя алмай. Улар тағы ла гүзәлләнеп киткән кеүек тойола. Теләктәре булғандарға яулыҡты дөрөҫ, матур бәйләү буйынса өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтәм. Кәләшкә бит көн оҙонона ошо кейемдә йөрөргә. Шуға ул уйңайһыҙлыҡ кисермәһен өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға тура килә. Сәстең сығып тороуы, баштан яулыҡтың шыуып төшөп барыуы кәләште матурламай, был күҙгә бик сағыла. Алдан уҡ ябындырып, килешәме, юҡмы икәнлеген ҡарайым. Шулай уҡ әҙер яулыҡтар ҙа бар.

- Ҡыҙҙар ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирә?

- Ғәҙәттәгесә, күптәр аҡ алтын (ул - кәләш төҫө) һәм зөбәржәт төҫөн һайлай. Һуңғыһы пәйғәмбәребеҙ Мө-хәммәт ғәләйһис-сәләмдең яратҡан төҫө булған. Әммә төҫтә ниндәйҙер сикләүҙәр, ҡәтғи талаптар юҡ. Кемгә ниндәйе оҡшай, шуны һайлай. Алһыу, ментол төҫтәрен үҙ итеүселәр ҙә бар.

- Күлдәктәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ?

- Беҙгә лә башҡа магазиндарға ебәрелгән әйберҙәр ҡайтарыла. Хаҡтары ла кеҫәгә һуҡмай. Шулай уҡ Рәсәйҙең иң яҡшы фабрикаларында тегелгән эксклюзив моделдәрҙе лә табырға була. Улары инде айырыуса матурҙар. Шулай уҡ шәхси үҙем теккән күлдәктәр ҙә бар. Был осраҡта ҡул эше, тиҙәр. Биҙәүестәр ҙә төрлө.

- Яулыҡтың ниндәй туҡыманан булыуы яҡшыраҡ?

- Башҡа ябына торған тюрбан эластандан, стрейчтан, атлас-стрейчтан, креп-шифондан булһа, бик яҡшы. Ә уның өҫтөнән кейҙерелгәненә шифонды һайлау отошло.

- Кәләштәрҙе тулыһынса никахҡа әҙерләйем, тинегеҙ. Был эште үҙегеҙ генә башҡараһы-ғыҙмы, әллә ярҙамсығыҙ бармы?

- Әлегә үҙем генә. Мин хатта өйрәтәм, эшкә алам, тип иғлан да биреп ҡараным. Тик эштең ҡатмарлы, яуаплы, ваҡсыл икәнлеген күреп, ҡыҙҙар шылыу яғын ҡарай. Ваҡыт тығыныраҡ, әлбиттә.

- Йәштәр ҡайҙа никах уҡытыуҙы хуплай? Өйҙәме әллә мәсеттәме?

- Хәҙер күптәр, ә бәлки, бөтәһелер ҙә, никахҡа инеү өсөн мәсеткә юлла-на. Беҙҙең ҡалала бынамын тигән «Әннәби» мәсете бар. Никах залы иҫ киткес матур. Әле күптән түгел генә мәсет менән берлектә ижади проект эшләнек. Зауыҡлы никах күлдәге кейгән ҡыҙҙар менән фотосессия уҙғарҙыҡ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: