газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
16 Август 2019, 12:27

Иманыбыҙ яңырыр, күңелдәрҙә мәр­хәмәт уяныр

Үткән йәкшәмбе бөтә донъя мосолмандары ислам динендәге иң мөбәрәк, ҙур байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен билдәләне. Ошо уңайҙан ҡаланың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә ҙур сара үтте.

Мәсет манараһынан иртән төрлө телдәрҙә вәғәздәр уҡылды. Халыҡ хәйер-саҙаҡаларын тапшырырға ашыҡты.

- Беҙҙең республикала төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта, килешеп йәшәй. Быға мосолман диненең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүҙә, хәйриәлеккә, мәҙәни-мәғри-фәт проекттарына ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашыуы булышлыҡ итә. Һәр кешене рухи яҡтан бай, иманлы булырға саҡырам. Иң мөһиме - кеше ҡаны түгелмәһен. Ғүмер ҡыҫҡа, был донъяла изгелектәр ҡылып өлгөрәйек, - тине мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.

Байрам уңайынан балалар өсөн викторина, төрлө уйындар үткәрелде. Отҡорҙарға бүләктәр тапшырылды. Мәсет янында көн оҙоно кескәйҙәр батутта һикерҙе. Килгән халыҡ телде йоторлоҡ былауҙы тәмләмәй ҡайтып китмәне.

- Ҡорбан ғәйете беҙҙең өсөн ҙур байрам. Көн аяҙ булғас, халыҡ мәсет тупһаһы-нан өҙөлмәй бөгөн. Үҙем менән ейән-ейәнсәремде лә килтерҙем әле. Уйындар уҙға-рыла тигәс, башланғанын көтөп торабыҙ, - ти Зәлифә апай.

Мәсеттән сығып килгән ике ханым янына барып баҫтым. Ҡулдарына сабыйҙарын күтәреп алғандар. Аралашып киткәс, уларҙың мәҙрәсәлә уҡыуҙарын белдем. Ғаиләләре менән дин юлына баҫҡан-дарҙың күбәйеүе ҡыуаныс.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә Рәмил хәҙрәт Насиров һөнәрҙәренә тоғро булыусыларҙы, йәмәғәт эшен-дә әүҙем ҡатнашыусыларҙы миҙалдар менән бүләкләне.

Мосолман динебеҙ мәр-хәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора. Фәҡирҙәргә ризығынан өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһен-дәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын. Мәсеттәргә халыҡ эркелеп килһен, һәр иман йорто аҙан тауыштарына күмелһен.


Читайте нас: