газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
2 Август 2019, 15:54

Иман - рухи ныҡлыҡ сағылышы

Ошо көндәрҙә Салауатҡа республика төбәктәренең имам-мөхтәсибтәре йыйылды. Ике көнлөк осрашыу барышында ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә төрлө һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар булды, дин әһелдәре Мәләүез районының Юлдаш, Ергән, Һәргәй ауылдарына һәм Нөгөш һыуһаҡлағысына сәфәр ҡылды.

Мәсет төҙөү - рухи нигеҙе-беҙгә ҡайтыуҙың, кешеләрҙең иманға ынтылыуының бер сағылышы ул. Әлбиттә, рес-публикабыҙ ауылдарында мәсеттәр төҙөлөүен ишетеү һөйөнөслө. Оҙаҡламай Сала-уатҡа терәлеп торған Юлдаш ауылында ла изге иман йорто үҙ ишектәрен асыр, тигән ышаныс бар. Ауылдың имам-хатибы Эдуард Байсурин башланғысы менән бында мәсет төҙөү мәсьәләһе хәл ителгән һәм бөтә дин әһелдәре уға нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.

- Әмир Мәхмүтов тигән бағымсыбыҙ, ауыл халҡы мәсет булдырыу эшендә ныҡ ярҙам итә. Алла бирһә, көҙгә тиклем стеналарын күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйырбыҙ, тип уйлайым. Матди ярҙамдан тыш, ҡул эше, материал менән ярҙам итергә теләүселәр ҙә күп. Ауылда 600-ләп кеше йәшәй һәм араларында иманға ынтылыусылар бихисап, шулай булғас, мәсет бер ваҡытта ла буш тормаҫ. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт һарайындағы бер бүлмәлә балаларҙы уҡытыу менән шөғөлләнәбеҙ, - ти Эдуард Байсурин.

- Беҙ бөгөн әһәмиәтле ваҡиға уңайынан Юлдаш ауылына йыйылдыҡ. Ошо ауылда мәсет төҙөргә тигән теләктәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ҡабул итеп, бөгөн бына ике ҡатлы иман йортона нигеҙ һалабыҙ. Ул тиҙ арала төҙөлөп бөтөр һәм кешеләрҙе яҡшылыҡҡа, изгелеккә, иманға әйҙәү юлында һөҙөмтәләрен бирер, иншаллаһ. Шуныһын да белергә кәрәк, мәсеттәр-гә ата-әсәләребеҙҙең, йәки башҡа яҡындарыбыҙҙың исемен биреү килешкән эш түгел. Был мәсет Юлдаш ауылының ғәрәпсә тәржемә-һе менән аталасаҡ. Уның нигеҙендә иман, донъяуи белем алған балалар киләсәктә Тыуған илебеҙҙең һәм динебеҙҙең лайыҡлы һаҡсыларына әүерелһен, кешеләр татыулыҡта, берҙәм-лектә, иман менән йәшәһен, - тип теләне Салауат ҡалаһы мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.

Шулай уҡ юлдаштарҙы был мөһим сара уңайынан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡорол-тай депутаттары Анатолий Веськин, Юнир Ҡотлоғужин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты вәкиле Мөхәмәт хәҙрәт Миңлевәлиев ҡотлап үтте.

Һуңынан иманлылар Мә-ләүез районының Һәргәй ауылындағы мәсеткә туҡталып, Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап сәйәхәт ҡылды, тәбиғәттең хозурлығына таң ҡалды, ундағы тау-урмандарҙың, шишмәләр-ҙең легендалары менән танышты. Шулай уҡ Нөгөш буйында ислам динендәгеләр өсөн махсус пляж булдырыу ҙа ҡарала. Бының өсөн урын һайланған һәм уратып алыу өсөн бағаналарҙың беренсеһе ҡағылып ҡуйылды.

Дин әһелдәренең осра-шыуы икенсе көнгә “Әннәби” йәмиғ мәсетендә дауам итте. Кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабрахманов, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, холоҡ төҙәтеү колонияһы вәкилдәре ҡатнашты.

- Ҡала хакимиәте һәр ваҡытта Салауаттағы бөтә конфессияларға ла ҙур иғтибар бүлергә тырыша. Һеҙ алып барған хеҙмәт йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Ветерандар, инвалидтар һәм башҡа йәмә-ғәт ойошмаларына ярҙам итәһегеҙ, ә беҙ халыҡ хаҡына башҡарылған эште һәр саҡ хуплайбыҙ, - тине Нил Әнүәр улы.

Рәмил хәҙрәт Насиров үҙенең сығышында “Әннәби” йәмиғ мәсетенең эшмәкәр-леге, һуңғы ваҡытта башҡарыл-ған хеҙмәттәре менән та-ныштырҙы, дин өлкәһендәге көнүҙәк һәм мөһим һорауҙарҙы күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Шулай уҡ был көндө күп кенә дин вәкилдәренә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды.

Шишмә районының имам-мөхтәсибе Зөфәр Собханғолов:

- Беҙ бөгөн бәрәкәтле Салауат ҡалаһы, хозур тәбиғәт-ле Мәләүез районы ерҙәрендә булдыҡ. Уның иманлы халҡы менән осрашыуыбыҙға, дин өсөн эшләнгән эштәрҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Мәсеткә нигеҙ һалыуҙа ҡатна-шыу, республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған дин эшмәкәрҙәре менән ара-лашыу, фекер алышыу, тәжри-бә уртаҡлашыу ҙа бик мөһим эш. Бындай осрашыуҙарҙан күңелдәребеҙ байый, рухыбыҙ, иманыбыҙ нығына.

Рәсәй мосолмандары-ның Үҙәк Диниә назараты вәкиле Мөхәмәт хәҙрәт Миңлевәлиев:

- Иң тәү сиратта мин йыйылыусыларҙың барыһына ла Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Шәйех-әл-ислам Тажетдин сәләмдәрен еткерер инем. Бында Рәмил хәҙрәт саҡырыуы буйынса килдек. Ошондай осрашыуҙарға халҡыбыҙҙың киләсәген, уларҙың берҙәм-лектә, татыулыҡта тормош итеүен хәстәрләп йыйылабыҙ. Ғөмүмән, мосолмандар күңел, тән таҙалығына, ерҙәге тормошонда мөмкин тиклем изгелек ҡылыуға ынтылырға тейеш. Шулай уҡ мәсет һалдыртҡан кешегә ожмахҡа юл асыҡ. Ул кешеләрҙе иман юлына баҫтырыусы, дингә ҡайтарыусы йорт. Шулай булғас, мәсет һалыу, унда кешеләрҙе күпләп йәлеп итеү имамдар иңенә йөкмәтелгән яуаплы ла, изге лә бурыс.

Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров:

- Әлеге ваҡытта беҙҙең тарафтан башҡарылған эштәр - ул беҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ. Шулай ҙа Салауат мәсетенең башҡа имамдар менән бүлешерҙәй тәжрибәһе бар. Юлдаш ауылында мәсеткә нигеҙ һәм Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып мосолман пляжына башланғыс һалыныуы шатлыҡлы ваҡиға. Шулай уҡ киләсәктә 16-сы холоҡ төҙә-теү колонияһында ла мәсет төҙөү планлаштырыла. Ошо эштәребеҙҙе күреп, киләсәк быуын ҡыуаныр, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: