Зәйтүнә Кашапова, “Аҡ калфак” төркөмө ағзаһы:
- Минең экскурсия менән Татарстан еренә килеүем тәүгегә. Тәьҫораттар әйтеп бөтөргөһөҙ. Ҡазан ҡалаһының матурлығына, таҙалығына, бөхтәлегенә хайран ҡалып йөрөйбөҙ. Тарихтарын, мәҙәниәттәрен бик ныҡ ҡәҙерләйҙәр, һаҡлайҙар. Ҡалабыҙҙың ”Әннәби” мәсетенә беҙҙе ошолай ойоштороп алып килеүҙәренә бик рәхмәтлемен, үҙем генә ошондай сәйәхәткә сығып китергә йөрьәт итмәҫ инем. Ә бында инде беҙ төркөмдәштәр менән бергә килдек.
Марат хәҙрәт Ишбаев, Мәләүез районының Һәргәй ауылы имам-хатибы:
- Ике көн сәйәхәттә йөрөйбөҙ, бөгөн бына изге Болғар ерендәбеҙ. Электән үк ошонда килге килә ине. Аллаға шөкөр, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Тәүге көндө “Ҡол Шәриф” мәсетен күреп һоҡланғайныҡ, бөгөн боронғо ата-бабаларыбыҙ ислам ҡабул иткән ерҙәбеҙ. Ошо изге ерҙе килеп күрергә насип булды. Беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Шәкерттәр ҙә, имамдар ҙа килде бында, ағинәйҙәр берләшмәһе ҡушылды. Ошолай берләшеп, ике автобус булып килеүебеҙгә ҡыуанабыҙ. Башҡа имандаш ҡәрҙәштәребеҙгә лә изге урындарға килһендәр, күрһендәр, тип теләйбеҙ. Сәфәребеҙҙе ойошторған Рәмил хәҙрәт Насировҡа рәхмәтебеҙ ҙур.
- Мин дә Марат хәҙрәттең әйтеүҙәренә ҡушылам. Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Ошо көндәрҙе күреүемә мин тәү сиратта, Аллаһы Тәғәләгә, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙ-ҙәрен еткергем килә. Барыһы ла иҫәнлектә-һаулыҡта булһын, тағы ла ошондай изге ерҙәрҙә осрашырға насип булһын.